Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
16 Апрель , 13:50

Афарин, урмияҙҙар!

Урмияҙ урта мәктәбе коллективы  ла һәр ваҡыттағыса ташламалы хаҡ менән район  гәзиттәренә яҙылды. Афарин!  

Афарин, урмияҙҙар!
Афарин, урмияҙҙар!

 

Һәр матур яңылыҡты йәки инициативаны шунда уҡ күтәреп алып, уны ҡыйыу тормошҡа ашырырға күнеккән Резеда  Рәүзәт ҡыҙы Ибраһимова етәкселегендә Урмияҙ мәктәбе коллективы ла  2024 йылдың икенсе ярты йыллығына район гәзиттәре менән дуҫлыҡ ептәрен нығытып ҡуйҙы.

Уҡытыусылар берҙәм булып,   ун көнлөк сиктәрендә район гәзиттәренә яҙылды.  Кемдер –“Ышаныч”ҡа, кемдер - “Аскинская новь”, кемдер “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенә өҫтөнлөк бирҙе.

Киләһе  ярты йыллыҡта ла  район гәзиттәре менән бергә ҡалған  уҡытыусыларға рәхмәт белдерәбеҙ һәм еңел булмаған эштәрендә уңыштар, сабырлыҡ, аҡыллы һәм тырыш уҡыусылар шатландырып тороуын теләйбеҙ.

Наилә Имаева.

 

Афарин, урмияҙҙар!
Афарин, урмияҙҙар!
Читайте нас: