Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
6 Апрель , 13:35

Солтанбәктәр Еңеүгә үҙ өлөшөн индерә

Күптән түгел улар  аҡса йыйып,  махсус хәрби операцияла булған ауылдаштары өсөн “Нива” автомобилен һатып алып ебәргәйне. Был юлы йыйылышып, маскировкалау селтәрҙәре үрҙе, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡ әйберҙәр йыйып әҙерләне.

Солтанбәктәр Еңеүгә үҙ өлөшөн индерә
Солтанбәктәр Еңеүгә үҙ өлөшөн индерә

 

Махсус хәрби операция башланыуҙың тәүге көндәренән яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам йыйыуҙа Солтанбәк ауылы халҡы әүҙем ҡатнаша.

Башҡа райондаштарыбыҙ менән  бергә солтанбәктәр ҙә тәүге көндәрҙән илебеҙ именлеген һәм тыныслығын һаҡларға юллана. Ҡыйыу ир-егеттәр араһында Рөстәм Имамов та бар. Ул әсәһе Гөлсөм апай менән һөйләшкәнендә үҙҙәренең автомобиле ватылыуын, шул сәбәпле ҙур ҡыйынлыҡ кисереүҙәре тураһында һөйләй.  Гөлсөм апай һалдаттарға ярҙам итеү өсөн ауылдаштары, туғандары, Рөстәмдең класташтары менән тиҙ арала аҡса йыйыуҙы ойоштора. Рөстәм менән бергә уҡыған Ленар Хафизйәнов һәм Артур Хафизов махсус төркөм булдырып, был эште тағы  ла тиҙләтә. Бик күп кеше   ҡушыла  был изге эшкә. Шулай, тиҙ арала кәрәкле сумма йыйылып, солтанбәктәр “Нива” машинаһын һатып алып, алғы һыҙыҡҡа ебәрә.

Ошо көндәрҙә яугирҙарыбыҙға ебәреләсәк гуманитар ярҙам йыйыуҙа ла солтанбәктәр әүҙем ҡушылды. Улар бер нисә көн  йыйылышып, маскировкалау селтәрҙәрен үрҙе.

- Маскировкалау селтәрҙәре – киң ҡулланышлы маскировкалау төрө булып тора һәм дошманды ал­дарға, ориентирҙан талпынырға, позицияларҙы йә­шерергә мөмкинлек бирә. Шулай уҡ маскировкалау селтәре менән ҡапланған окопты дошман квадро­коптеры күрмәй, ә танктар дошман өсөн тау итәгенә әйләнә. Шуға күрә маскировкалау селтәрҙәре беҙҙең яугирҙар өсөн мотлаҡ кәрәк. Солтанбәк ауылының битараф булмаған ҡатын-ҡыҙҙары бергәләшеп ошо мөһим һәм изге эшкә ҡушылды. Тағы ла уңған хужабикәләр яугирҙарыбыҙ өсөн борщтар, рассольниктар, тушенкалар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар йыйып әҙерләне. Аҙна башында беҙ уларҙы район штабына илтеп тапшырабыҙ”,  - тип хәбәр итте Солтанбәк ауыл биләмәһе башлығы Лилиә Салауат ҡыҙы Ғиләжева.

Афарин, солтанбәктәр! Һеҙ әҙерләгән ризыҡтар һалдаттарға көс-ҡеүәт өҫтәһен, ә үргән селтәрҙәрегеҙ уларҙың ғүмерен һаҡлап, яугирҙарыбыҙ иҫән-һау Еңеү менән ҡайтһын!

 Наилә Имаева.

Солтанбәктәр Еңеүгә үҙ өлөшөн индерә
Солтанбәктәр Еңеүгә үҙ өлөшөн индерә
Солтанбәктәр Еңеүгә үҙ өлөшөн индерә
Солтанбәктәр Еңеүгә үҙ өлөшөн индерә
Солтанбәктәр Еңеүгә үҙ өлөшөн индерә
Солтанбәктәр Еңеүгә үҙ өлөшөн индерә
Солтанбәктәр Еңеүгә үҙ өлөшөн индерә
Солтанбәктәр Еңеүгә үҙ өлөшөн индерә
Читайте нас: