Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
30 Март , 10:05

Гөлнара Рәхмәт ҡыҙының ныҡышмалылығына, тырышлығына хайран ҡалырлыҡ!

Өфөлә  "Йыл уҡытыусыһы-2024" төбәк-ара конкурсы еңеүселәрен тәбрикләнеләр.

Гөлнара Рәхмәт ҡыҙының  ныҡышмалылығына, тырышлығына хайран ҡалырлыҡ!
Гөлнара Рәхмәт ҡыҙының ныҡышмалылығына, тырышлығына хайран ҡалырлыҡ!

Ҡариҙел  районы Абыҙ урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Рәхмәт ҡыҙы Солтанованың әүҙемлегенә, тырышлығына, өлгөрлөгөнә, ныҡышмалылығына  һоҡланмаған кеше юҡтыр. Был гүзәл зат иңдәренә  әллә нисә төрлө йөктө һалып, уларҙың һәр береһен еренә еткереп башҡарыу өсөн бар тырышлығын һәм көсөн һала.

Уҡыусыларға төплө белем биреү, мәктәптәге осо ҡырыйы күренмәгән ҡағыҙ эштәрен тәртиптә тотоу, райондың йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыу менән бер рәттән  Гөлнара Рәхмәт ҡыҙы бер нисә йыл рәттән “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенең Ҡариҙел районында хәбәрсеһе булып та бик матур һәм һөҙөмтәле эшләне.

Ижади ҡарашлы тәжрибәле педагог  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының  "Йыл уҡытыусыһы-2024" төбәк-ара конкурсында ла ҡатнашып,  лайыҡлы сығыш яһаны. Гөлнара Рәхмәт ҡыҙы мәртәбәле бәйгенең бөтә этаптарында ла яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, үҙен методик яҡтан өлгөргән, юғары компетенциялы,  заман менән бергә атлаусы  ижади шәхес итеп танытты.

Тырышлығы менән       хеҙмәттәштәре һәм уҡыусылары араһында абруй яулаған Гөлнара Солтанова төбәк-ара конкурстың “Ижади эҙләнеүҙәр һәм үҙенсәлекле ҡарарҙар” номинацияһында еңеү яуланы.

Гөлнара Рәхмәт ҡыҙын ошо еңеүе менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә тик уңыштар ғына теләп ҡалабыҙ!

 Наилә Имаева.

Читайте нас: