Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
26 Март , 11:00

Файҙалы һәм фәһемле экскурсия

Урмияҙ урта мәктәбенең 5-се класс  уҡыусылары өсөн яҙғы каникул көндәре бик мауыҡтырғыс  башланған. Тулыраҡ:

Файҙалы һәм фәһемле экскурсия
Файҙалы һәм фәһемле экскурсия

 

Урмияҙ урта мәктәбенең 5-се класс  етәксеһе Нәзилә Мансур ҡыҙы Хәтипова  уҡыусылары  өсөн Асҡын ауылында урынлашҡан 64-се  Янғын һүндереү бүлексәһенә экскурсия ойоштора.

 Янғын һүндереү хеҙмәткәрҙәре  балаларға үҙҙәренең һөнәр нескәлектәре, янғын һүндереүселәрҙең, диспетчер һәм ҡарауылсыларҙың нисек эшләүе, махсус техниканы нисек итеп һәр саҡ сафта тотоуы тураһында  ентекле итеп һөйләй һәм күрһәтә.

Балалар янғын һүндереү машиналарын, янғын һүндергәндә кәрәкле әйберҙәрҙе һәм махсус кейемдәрҙе ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарай. Уҡыусылар уттан, янғын сығыуҙан һаҡ булырға кәрәклеген дә белеп ҡайта. Был фәһемле экскурсия балаларға бик оҡшай.

Артабан  барыһы ла бергәләп “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексына ял итергә килә. Бассейнда йөҙөп,  яңы көс-дәрт алып, фотоға төшөп, бай тәьҫораттар менән шатланып  йөрөп ҡайта Урмияҙ мәктәбе уҡыусылары.

Балаларға шундай онотолмаҫ һәм фәһемле экскурсия ойоштороусы уҡытыусы һәм етәксегә  “афарин!”дан башҡа һүҙ юҡ.

 

 Наилә Имаева.

Файҙалы һәм фәһемле экскурсия
Файҙалы һәм фәһемле экскурсия
Файҙалы һәм фәһемле экскурсия
Файҙалы һәм фәһемле экскурсия
Файҙалы һәм фәһемле экскурсия
Файҙалы һәм фәһемле экскурсия
Файҙалы һәм фәһемле экскурсия
Файҙалы һәм фәһемле экскурсия
Читайте нас: