Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
23 Март , 11:00

Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

“Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Рәфилә Мөнирова “Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн”  миҙалы менән бүләкләнде.

Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Өфөлә Рәсәй мәҙәниәте хеҙмәткәре көнө алдынан бер төркөм мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелен тәбрикләнеләр.

Улар араһында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Рәфилә Мөнирова ла бар ине.  Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән Рәфилә  Мөғәллим ҡыҙы  “Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн”  миҙалына лайыҡ булды. Дәүләт наградаһын Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова тапшырҙы.

Рәфилә Мөғәллим ҡыҙы  40 йыл буйына  Ҡариҙел районы һәм республикабыҙ мәнфәғәте өсөн намыҫлы хеҙмәт итә. Ул төҙөгән “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре ансамбле күптән инде хаҡлы рәүештә “халыҡ” исемен яулап, халыҡ һөйөүенә төрөнөп ижад итә, әленән-әле төрлө конкурстарҙа еңеү яулап, Ҡариҙелде данлай.

Рәфилә Мөғәллим ҡыҙын шундай юғары наградаға лайыҡ булыуы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм яңынан-яңы ижади үрҙәр, яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!

 Наилә Имаева.

Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: