Иҫке Ҡаҙансы төбәгендә талантлы, һүҙ ҡәҙерен белгән ижади күңелле халыҡ йәшәй. Урындағы китапханала Гөлфинә Исламова етәкселегендәге “Моңшишмә” шиғриәт һөйөүселәр клубы нәҡ шундай һүҙ ҡәҙерен белгәндәрҙе берләштерә.
21 март - Шиғриәт көнө уңайынан улар сираттағы осрашыуға йыйыла. Үҙ эшенә бар күңелен һалыусы ауыл китапханасыһы Гөлфинә Ҡәнифйән ҡыҙы районыбыҙ шағирҙарының ижад емештәренән күргәҙмә әҙерләй һәм сара барышында уларға байҡау яһай.
Күренекле яҡташыбыҙ Әлфис Ғаязовтың, танылған шағирыбыҙ Альфред Хәжимуллиндың, билдәле йырсы, автор-башҡарыусы Сулпан Ғафуръянованың, бөгөн районыбыҙҙан ситтә йәшәп ижад итеүсе яҡташыбыҙ Гөлсимә Зиннәтуллинаның, ғүмере буйына Асҡыныбыҙҙы һәм уның эшһөйәр халҡын данлап ижад итеп, баҡыйлыҡҡа күскән Нурихан Ғәҙелдең һәм башҡа райондаштарыбыҙҙың шиғырҙарын уҡып, күңелдәрҙе байыталар.
Сарала ҡатнашыусы шиғри күңелле ағинәйҙәр Зәүиә Шәрифйәнова, Зилара Хужина, Эльвера Зиннәтова, Мәмдүнә Зарипова, Раушания Хәжиәкбәрова, Әнфисә Хәсәнова, Әнфисә Карамова, Гөлфинә Исламова апайҙар үҙҙәренең ижад емештәре менән таныштырып, фекер алыша, уй-хисәтре менән бүлешә. Уларҙың хисле, наҙлы, тәрән йөкмәткеле шиғырҙары яҙҙы көткән йөрәктәргә шифа булып, күңелдәрҙе байыта, һәр сығыш ихлас алҡыштарға күмелә.
Бына шулай, Иҫке Ҡаҙансы төбәгенең шиғриәт һөйөүселәре ижад емештәре менән кешеләрҙә матурлыҡҡа һоҡланыу, яҡшыға өмөт, илһөйәрлек һәм төлһөйәрлек кеүек күркәм сифаттар тәрбиәләп, һоҡландырып йәшәй. Афариндар!
Бөтә донъя шиғриәт көнө уңайынан ижадсыларҙы, шиғриәт яратыусыларҙы тағы ла бер ҡат ихлас ҡотлайбыҙ!
Наилә Имаева.