Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
17 Март 2024, 05:40

Солтанбәктәр һәр ваҡыттағыса берҙәм тауыш бирә

Солтанбәк ауылында урынлашҡан  938-се һайлау участкаһында  Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙың өсөнсө  көнөн дә ауыл халҡы күтәренке кәйеф менән ҡаршылай.

Солтанбәктәр һәр ваҡыттағыса берҙәм тауыш бирәСолтанбәктәр һәр ваҡыттағыса берҙәм тауыш бирә
Солтанбәктәр һәр ваҡыттағыса берҙәм тауыш бирә

Һайлауҙың тәүге көнөндә иртә менән  һайлау участкаһы урынлашҡан социаль-мәҙәни үҙәк бинаһына байрамса кейенгән халыҡ ағыла. Бында кешеләр тауыш биреү йәшенә еткән барлыҡ ғаилә ағзалары менән бергә, кесе йәштәге балаларын, ейәнсәрҙәрен эйәртеп килә.

Һайлау участкаһы янында урындағы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре “Науруз” байрамын үткәрә. Матур йырҙар, дәртле бейеүҙәр менән халыҡ күңелен күтәрә.  Өлкәндәр ҙә, балалар ҙа төрлө спорт уйындарында ҡатнашып, байрам кәйефе алып таралышты.

- Беҙҙең һайлау участкаһында 297 һайлаусы теркәлгән. Һайлауҙың тәүге көнөндә 53 процент кеше тауыш бирҙе. Икенсе көндә лә эштәр ойошҡан рәүештә барҙы. Ғаиләләре менән күп килделәр. Өс быуын вәкиле булған ғаиләләр ҙә бергәләп килеп, гражданлыҡ бурысын үтәне. 14 кешенең өйөнә барып һайлаттыҡ, шул иҫәптә иң оло һайлаусыбыҙ 89 йәште үткән Нәжибә апай Мәрбиева ла бар.

Һәр ваҡыттағыса урындағы мәктәп, балалар баҡсаһы коллективтары  берҙәм килеп тауыш бирҙе. Ә “Умырзая” коллективы милли кейемдәрҙә  килеп, мөһим сараға йәм өҫтәне.

 18 йәше тулған ике һайлаусыбыҙ беренсе тапҡыр  бындай мөһим сарала ҡатнашты. Бөгөн дә иртә менән килеп тауыш бирҙеләр. Әлегә килеп өлгөрмәгәндәр, көн оҙоно килеп тауыш бирер, тип ышанабыҙ. Комиссия ағзалары ла тулы составта үҙенә йөкмәтелгән бурысты яҡшы үтәй, - тип хәбәр итте һайлау участка комиссияһы секретары Рәмилә Хикматова.

Наилә Имаева.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас