Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
17 Март 2024, 06:40

Сәләмәтлек көнө шәп уҙа!

Урмияҙ  урта мәктәбендә ойошторолған  байрам барыһына ла бик оҡшай.

Сәләмәтлек көнө шәп уҙа!Сәләмәтлек көнө шәп уҙа!
Сәләмәтлек көнө шәп уҙа!

 

Саф һауала күмәкләп уйнау, төрлө конкурстарҙа ярышыу, еңеүгә ынтылыш – быларҙың барыһын Урмияҙ урта мәктәбе алдындағы майҙансыҡта 15 мартта  күрергә мөмкин була. Уҡыусылар шулай файҙалы итеп, яҙҙы ҡаршы ала.

“Башланғыс класс уҡыусылары өсөн был көндө  саф һауала төрлө ҡыҙыҡлы уйындар  һәм конкурстар ойошторолдо.

Урта һәм өлкән класс уҡыусылары иһә квест-уйында ҙур теләк менән ҡатнашты. Улар алдан һалынған маршрут буйынса ауыл урамдары буйлап  төрлө биремдәр үтәп, ”хазина” эҙләп йүгерҙе. Һөҙөмтәлә уны мәктәп ихатаһында килеп тапты.

Байрам шул тиклем балаларға оҡшаны, улар тағы шундай сара үткәрергә һорап, яңы көс-дәрт алып, ҙур ҡәнәғәтлек менән таралышты”, - тип хәбәр итте мәктәп директоры Резеда Рәүзәт ҡыҙы Ибраһимова.

 Наилә Имаева.

Сәләмәтлек көнө шәп уҙа!
Сәләмәтлек көнө шәп уҙа!
Сәләмәтлек көнө шәп уҙа!
Сәләмәтлек көнө шәп уҙа!
Сәләмәтлек көнө шәп уҙа!
Сәләмәтлек көнө шәп уҙа!
Сәләмәтлек көнө шәп уҙа!
Сәләмәтлек көнө шәп уҙа!
Сәләмәтлек көнө шәп уҙа!
Сәләмәтлек көнө шәп уҙа!
Сәләмәтлек көнө шәп уҙа!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас