Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
3 Март 2024, 04:35

Төлгөҙбаштар - Түбән Ҡарыш ауылында

Айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барыусы ауылдар араһында дуҫлыҡ ептәре нығынды. 

Төлгөҙбаштар  - Түбән Ҡарыш ауылындаТөлгөҙбаштар  - Түбән Ҡарыш ауылында
Төлгөҙбаштар - Түбән Ҡарыш ауылында

 

“Айыҡ ауыл – 2023” республика конкурсы сиктәрендә  Балтас районы Түбән Ҡарыш ауылында “Стартҡа бөтә ғаилә менән!” тигән спорт-ғаилә уйындары уҙҙы.  Был сарала Асҡын районының Төлгөҙбаш ауылы командаһы ла ҡатнашты. Мусиндар ғаиләһе лайыҡлы сығыш яһап, диплом һәм иҫтәлекле бүләккә эйә булды.

Шулай уҡ Балтас районының  Түбән Ҡарыш, Асҡын районының Төлгөҙбаш һәм Борай районының Алтайыу ауылдарының ойоштороу комитеты ағзалары менән осрашыу ҙа ойошторолдо.  Улар мәртәбәле бәйгегә әҙерләнеү барышы, килеп тыуған һорауҙар буйынса һөйләште, тәжрибә уртаҡлашты.

Наилә Имаева.


Төлгөҙбаштар  - Түбән Ҡарыш ауылында
Төлгөҙбаштар  - Түбән Ҡарыш ауылында
Төлгөҙбаштар  - Түбән Ҡарыш ауылында
Төлгөҙбаштар  - Түбән Ҡарыш ауылында
Төлгөҙбаштар  - Түбән Ҡарыш ауылында
Төлгөҙбаштар  - Түбән Ҡарыш ауылында
Төлгөҙбаштар - Түбән Ҡарыш ауылында
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас