Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
3 Март 2024, 05:15

Солтанбәктә саңғы ярышы үтте

Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Айҙар Хафизов иҫтәлегенә  Солтанбәк мәктәбе  коллективы саңғы ярышы ойоштороп үткәрҙе.

Солтанбәктә саңғы ярышы үттеСолтанбәктә саңғы ярышы үтте
Солтанбәктә саңғы ярышы үтте

Солтанбәктәр батыр яҡташтарын онотмай, әленән-әле  илһөйәрлек менән һуғарылған  саралар ойоштороп тора.

Ватанды һаҡлаусылар көнөндә Солтанбәк мәктәбендә Айҙар Хафизов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Ошо уҡ көндә батыр яҡташыбыҙ хөрмәтенә Туғанайфест  ҡышҡы фестивален ойошторҙолар.

 1 мартта иһә мәктәп уҡыусылары барыһы ла саңғыға баҫты. Үҙҙәренең еңеүен улар Тыуған илебеҙ именлеге, беҙҙең тыныс тормош өсөн батырҙарса һәләк булған  Айҙар Әнғәм улы Хафизов иҫтәлегенә бағышланы.

Афарин, солтанбәктәр!  Батырҙарыбыҙ мәңге беҙҙең йөрәктәрҙә булырға тейеш!

Наилә Имаева.

#патриотизм
#Аскинскийрайон
#султанбеково
#память
#мбоусошдсултанбеково

Солтанбәктә саңғы ярышы үтте
Солтанбәктә саңғы ярышы үтте
Солтанбәктә саңғы ярышы үтте
Солтанбәктә саңғы ярышы үтте
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас