Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
2 Март 2024, 04:00

Ләйлә Данис ҡыҙы Дәүләтгәрәеваны ихлас ҡотлайбыҙ!

Өфөлә VIII “Ҡатын – ҡыҙ-милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсының йомғаҡлау сараһы үтте. Мәртәбәле сарала Асҡын районы ҡатын-ҡыҙҙары ла ҡатнашты һәм бүләкләнде.  

Ләйлә Данис ҡыҙы Дәүләтгәрәеваны ихлас ҡотлайбыҙ!Ләйлә Данис ҡыҙы Дәүләтгәрәеваны ихлас ҡотлайбыҙ!
Ләйлә Данис ҡыҙы Дәүләтгәрәеваны ихлас ҡотлайбыҙ!

Иғтибар үҙәгендә Рәсәй Геройҙары әсәләре һәм тол ҡатындарын булды. 

Әүҙем йәмәғәт лидерҙары араһында йыл һайын үткәрелгән ҡатын-ҡыҙҙар конкурсы Башҡортостандың визит карточкаһына әүерелде, уның форматы үҙенсәлекле. Конкурс өс этапта — муниципаль, төбәк һәм Бөтә Рәсәй этабы үтте.

Тәбрикләү һүҙе менән “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсына нигеҙ һалған, БР Халыҡтары ассамблеяһы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина һәм башҡа бик күп мәртәбәле ҡунаҡтар сығыш яһаны.

Тантаналы сарала беҙҙең райондан муниципаль этап еңеүселәре булған алты гүзәл зат ҡатнашты. Улар:  “Милләт әсәһе” номинацияһында  -  Ҡыйғаҙы мәктәбе директорының тәрбиәүи эштәр буйынса кәңәшсеһе, китапханасы,  мәктәпкәсә төркөм  тәрбиәсеһе Ләйлә Дәүләтгәрәева,  “Лидер” -  Асҡын үҙәк район дауаханаһының медицина лабораторияһы технигы Луиза Хәсәнова,  “Мәҙәниәт” - Ҡубияҙ ауыл мәҙәниәте йорто методисы Зәлфирә Фәтихова, “Педагог” -  Асҡын 2-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте  уҡытыусыһы Вилена Фәтхетдинова, “Бизнес-леди” - “Төлгөҙ”  ауыл хужалығы кооперативы  коммерция директоры-иҡтисадсыһы Эльза Ғилемшина,  “Көмөш ирекмән” – Ҡыйғаҙы ауылынан хаҡлы ялдағы Роза Саҙретдинова.

Йола буйынса, финалда 17 ҡатын-ҡыҙға Рабиға Ҡушаева исемендәге Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте миҙалдары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында райондашыбыҙ, биш бала әсәһе  Ләйлә Данис ҡыҙы Дәүләтгәрәева ла бар ине. Уны ихлас күңелдән мәртәбәле йәмәғәт наградаһы алыуы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Ҡатнашыусыларҙың һәр береһе диплом менән бүләкләнә,  ә Вилена Фәтхетдинова менән Зәлфирә Фәтихова БР Мәғариф һәм фән, БР Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаттарына ла лайыҡ була.

Әүҙем, рухлы, егәрле гүзәл заттарыбыҙҙы Бөтә Рәсәй  конкурсында лайыҡлы ҡатнашыуҙары менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм уларға  тик уңыштар, сәләмәтлек һәм бәхет теләйбеҙ! Афариндар!

Наилә Имаева.

 

 

Ләйлә Данис ҡыҙы Дәүләтгәрәеваны ихлас ҡотлайбыҙ!
Ләйлә Данис ҡыҙы Дәүләтгәрәеваны ихлас ҡотлайбыҙ!
Ләйлә Данис ҡыҙы Дәүләтгәрәеваны ихлас ҡотлайбыҙ!
Ләйлә Данис ҡыҙы Дәүләтгәрәеваны ихлас ҡотлайбыҙ!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас