Улар ата-әсәләре ярҙамында күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарына үтеп инерлек видеороликтар төшөргәйне.
Сарала йыр һәм шиғыр, һүрәт төшөрөү конкурстарында ҡатнашып, һәр саҡ еңеү яулаусы бик тырыш малай Данияр Дәүләтшин ата-әсәһе ярҙамында төшөргән ижади эш күрһәтелде.
Уның видеоролигын иғтибар менән ҡарап, көслө алҡыштарға күмделәр.
Барыһы конкурсҡа биш уҡыусынан ошондай ижади эш килә.
Улар барыһы ла еңеүсе булараҡ билдәләнелде.
Афарин, уҡыусылар!
Был һәләтле балаларҙы дәртләндереп, илһамландырып, бәйгегә әҙерләгән уҡытыусыларға һәм ата-әсәләргә ҙур рәхмәт!
Наилә Имаева.