Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
18 Февраль 2024, 14:55

Яугирҙар өсөн маскировка селтәре үрҙеләр

#ППМИ2024 #Урындағыбашланғыстарҙыяҡлаупрограммаһы2024 Иҫке Ҡаҙансы ауылының Азин урамында йәшәүселәр  “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” сиктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ проектты  хуплап,  бергәләшеп маскировка селтәре үрҙе.

Яугирҙар өсөн маскировка селтәре үрҙеләрЯугирҙар өсөн маскировка селтәре үрҙеләр
Яугирҙар өсөн маскировка селтәре үрҙеләр

 

Иҫке Ҡаҙансы ауылы ла  йыл һайын ошо программала әүҙем ҡатнаша. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ағымдағы 2024 йылда улар Азин урамын ремонтлау проектын һайланы. Ошо проектты хуплап, Азин урамында йәшәүселәр  йыйылышып, әленән-әле төрлө изге эштәр башҡара, төрлө саралар үткәрә.

Яңы йыл байрамы уңайынан иң әүҙем ағинәйҙәрҙең береһе Эльвера Риф ҡыҙы Зиннәтова башланғысы менән урамда бик матур һәм күңелле байрам ойошторғайнылар.  Артабан ошо урамға яҡын ғына урынлашҡан  Шидәле шишмәһен ҡарҙан таҙартып, һыу алырға уңайлы итеп төҙөкләндереп ҡуялар.   Эльвера апай әйтеүенсә, ҡойоларҙа һыу бөткәс, халыҡ ошо шишмәгә һыу алырға йөрөй.

Бөгөн иһә Азин урамында йәшәүселәр йыйылышып, яугирҙар өсөн маскировка селтәре үрә.

“Беҙҙең урамда 40-тан ашыу кеше  йәшәй.  Урамыбыҙ дуҫ, татыу, берҙәм. Ниндәй генә мәсьәләне хәл итергә уйлаһаҡ та, һәр саҡ инициативаны хуплап, яҡлап сығалар. Быйыл  урамыбыҙҙы ремонтларға ҡарар иттек. Һәр кем ошо проект тормошҡа ашһын өсөн ҙур өлөш индерә. Бөгөн дә бергәләшеп йыйылып, өмә эшләнек. Депутатыбыҙ Салауат Вәлиев  селтәр һатып алып бирҙе. Беҙ бергәләшеп уны үреп, яугирҙарыбыҙға ебәрергә әҙерләп ҡуйҙыҡ. Теләгебеҙ бер: махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәр тиҙерәк Еңеү менән әйләнеп ҡайтһын, ә беҙҙең проект еңеп сыҡһын. Азин урамы ремонтланып, ауылыбыҙ тағы ла төҙөкләнеп, халыҡ  ҡыуанып, имен тормошта йәшәһен! - тип хәбәр итте Эльвера апай Зиннатова.

Йәштәр менән бергә ғүмерҙәрен тырыш хеҙмәттә уҙғарған, тынғыһыҙ йөрәкле өлкән йәштәгеләрҙең ижтимағи әһәмиәтле эшмәкәрлеккә йәлеп ителеүҙәре бик мөһим. Улар махсус хәрби операциялағы яугирҙарыбыҙ өсөн ярҙамға үҙ өлөштәрен индереүенә шатлана, бер-береһе менән аралашыуҙан, үҙҙәрен кәрәкле итеп тойоуҙан ҡәнәғәтлек кисерә.  Һәм, әлбиттә, Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә проекттары еңеренә ышана.

“Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”нда 2024 йылда ҡатнашырға теләк белдергән  Иҫке Ҡаҙансы ауылы халҡына  уңыштар теләйбеҙ, уйлаған уйҙары, маҡсаттары тормошҡа ашһын!

Конкурста еңеп сығып, Азин урамын бына тигән итеп төҙөкләндереп ҡуйһындар!

Ауыл тағы ла матурланһын, төҙөкләнһен!

Наилә Имаева.

 

Яугирҙар өсөн маскировка селтәре үрҙеләр
Яугирҙар өсөн маскировка селтәре үрҙеләр
Яугирҙар өсөн маскировка селтәре үрҙеләр
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас