Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
15 Февраль 2024, 12:40

Күршем - Афған һуғышы ветераны

Утты-һыуҙы кискән яугир күптән түгел күркәм ғүмер байрамын билдәләне.  

Күршем  -  Афған һуғышы ветераныКүршем  -  Афған һуғышы ветераны
Күршем - Афған һуғышы ветераны

Афған һуғышы 1979 йылдың 25 декабренән 1989 йылдың 15 февраленә тиклем дауам итә. Унда 620 мең совет һалдаты, офицеры интернациональ бурысын үтәй. Утты-һыуҙы кискән ир-егеттәр араһында  Тынбай ауылында йәшәүсе күршем Вадим Дмитриев та бар.

Вадим  Орина һәм Владимир Дмитриевтар ғаиләһендә донъяға килә.  Атаһы ғүмер буйы “Беренсе май”  колхозында тракторсы булып эшләй, ә әсәһе  балалар баҡсаһында  ашнаҡсы  була.  Ғаиләлә өсөнсө бала булған  Вадим бәләкәйҙән   тәртипле,  ҡыйыу, түҙемле булып, башлаған эште еренә еткереп тамамларға өйрәнеп үҫә.

Тынбай мәктәбен тамамлағандан һуң  Бөрө ҡалаһында  урта һөнәрселек техник училищеһында белем ала. 1987 йылда  хәрби хеҙмәткә алына.   Афған һуғышында ҡатнаша, водитель була. 1989 йылдың майында иҫән-имен тыуған ауылына ҡайта.  Тыуған ил алдындағы бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡыйыулығы өсөн миҙалдар менән бүләкләнә.

2010 йылдың 28 декабрендә  Вадим  Алина исемле сибәр ҡыҙ менән ғаилә ҡора.  Шатланып ҡына йәшәгәндә  йәш ғаиләнең йорто яна. 2012 йылда  тырыш ғаилә яңы йорт һалып сыға.    Мөхәббәт емештәре булып улдары Сергей тыуа. Бөгөн ул 7-се класта уҡый. 

Вадим Владимирович  вахта ысулы менән  Себер  яҡтарында эшләй.  Тормош иптәше  -  бар эшкә лә оҫта, өлгөр хужабикә. Ул аш-һыуға оҫта, гөл-сәскәләр үҫтерергә ярата.

Афған ерендә хәрби хеҙмәт итеп, утты-һыуҙы кисеп ҡайтҡан Вадим Владимирович  тыныс тормошта татыу  ғаилә ҡороп, бөгөн дә бәхетле ғүмер кисерә.

Уны  уҙып киткән тыуған көнө – 55 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.  Ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле оҙон ғүмер, ғаилә именлеге теләйбеҙ!

Серафима Яндугушева.

Мишкә районы.

Күршем  -  Афған һуғышы ветераны
Күршем  -  Афған һуғышы ветераны
Күршем  -  Афған һуғышы ветераны
Күршем - Афған һуғышы ветераны
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас