Солтанбәк мәктәбендә Тимур командаһы әленән-әле изге эштәре менән һөйөндөрөп тора. Ҡышҡы миҙгелдә улар ярҙамға мохтаж кешеләргә барып, йорт алдарын, һуҡмаҡтарҙы ҡарҙан таҙартырға ярҙам итә.
9 февралдә 8-се һәм 9-сы класс уҡыусылары уҡытыусы апайҙары Зилә Исламова һәм Розалия Факкарова етәкселегендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир әсәһе Гөлсөм Ғилмулла ҡыҙы Имамоваға барып, йорт алдарын, һуҡмаҡтарҙы, утынлыҡ эргә-тирәһен ҡарҙан таҙартырға булыша.
Эш тамамланғас, уҡыусыларҙы Гөлсөм апай тәмлекәстәр менән сәй эсергә саҡыра. Шулай, бергәләшеп сәй эсеп, табын артында һөйләшеп, яңғыҙы йәшәүсе Гөлсөм апайҙы ҡыуандырып ҡайта йәш тимурсылар.
Солтанбәктәргә – афарин! Шулай изге эштәрегеҙ менән донъяны йәмләп йәшәгеҙ, тырышып уҡығыҙ! Изгелек өләшкәндән арта ғына!
Наилә Имаева.