Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
7 Февраль 2024, 09:55

Спорт майҙансығы гөрләп торҙо!

 “Айыҡ ауыл – 2023” республика конкурсында ҡатнашыусы Төлгөҙбаш ауылы уҡыусылары ошо мәртәбәле конкурста  2021 йылда еңеү яулаған Солтанбәк ауылынабөгөн спорт байрамына килде.  

Спорт майҙансығы гөрләп торҙо!Спорт майҙансығы гөрләп торҙо!
Спорт майҙансығы гөрләп торҙо!

 

Белеүегеҙсә, Солтанбәк ауылы “Айыҡ ауыл -2021” республика конкурсында “Ҙур ауылдар” номинацияһында 2-се урын яулап, 3,5 миллион һумлыҡ сертификатҡа эйә булғайны. Нәҡ ошо аҡсаға заманса тренажерҙары булған, резина өҫлөк йәйелгән, хәүефһеҙлек талаптарына яуап биргән, баскетбол майҙансығын да үҙ эсенә алған ҙур спорт майҙансығы төҙөлдө һәм сафҡа индерелде.

Был заманса спорт майҙансығында йыл әйләнәһенә төрлө спорт саралары уҙып тора. Бөгөн иһә Солтанбәккә ҡунаҡҡа Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры урынбаҫары Рөстәм  Әбдрәхимов етәкселегендә  “Айыҡ ауыл – 2023” республика конкурсында ҡатнашыусы Төлгөҙбаш ауылы уҡыусылары килде.

Ҡунаҡтарҙы солтанбәктәр ихлас ҡаршы алып, тәүҙә мәктәп һәм ундағы музей эшмәкәрлеге  менән таныштырҙы. Сәй эсеп, тамаҡ ялғап алғас, заманса спорт майҙансығында гөр килеп спорт байрамында ҡатнашты. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры  Йәүхәт Раил улы Шәйәхмәтов етәкселегендә Балалар ике командаға бүленеп, төрлө ҡыҙыҡлы спорт ярыштарында  ҡатнашты. 

Рөстәм Тимерғәле улы  - автоматты һүтеп-йыйыу,  ә “Атайҙар мәктәбе” ағзаһы Назим Суфиянов  уҡтан атыу буйынса  оҫталыҡ дәресе күрһәтте.

 Айыҡ һәм сәләмәт тормошто үҙ иткән Солтанбәк һәм Төлгөҙбаш ауылдары араһында дуҫлыҡ ептәре нығынып, ауыл вәкилдәре  үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашып, уҡыусылар яҡындан танышып, аралашып, күңелле һәм файҙалы ял итеп таралышты.

- Солтанбәктәрҙең әүҙемлегенә, тырышлығына, сәләмәт тормош көтөүенә һәр саҡ һоҡлана инек. Уларға ҡарап беҙ ҙә дәртләнеп, конкурста ҡатнашырға булдыҡ.  Район үҙәгенән йыраҡта урынлашҡан был ауылда  халыҡ нисек тырышып донъя көтә. Ниндәй заманса спорт майҙансығы төҙөп ҡуйҙылар. Афариндан башҡа һүҙ юҡ. Бына бөгөн күңелле ярыштар уҙҙы.  Беҙ ҙә  “Айыҡ ауыл – 2023” республика конкурсында  еңергә тигән маҡсат ҡуйып, барыһын да эшләргә тырышабыҙ,  - тип тәьҫораттары менән бүлеште Рөстәм Тимерғәле улы.

 

Төлгөҙбаш ауылы халҡының бар маҡсаттары тормошҡа ашһын, тик уңыштар насип булһын!

Наилә Имаева.

Ләйсән Суфиянова фотолары һәм видеоһы.

 

 

 

Спорт майҙансығы гөрләп торҙо!
Спорт майҙансығы гөрләп торҙо!
Спорт майҙансығы гөрләп торҙо!
Спорт майҙансығы гөрләп торҙо!
Спорт майҙансығы гөрләп торҙо!
Спорт майҙансығы гөрләп торҙо!
Спорт майҙансығы гөрләп торҙо!
Спорт майҙансығы гөрләп торҙо!
Спорт майҙансығы гөрләп торҙо!
Спорт майҙансығы гөрләп торҙо!
Спорт майҙансығы гөрләп торҙо!
Спорт майҙансығы гөрләп торҙо!
Спорт майҙансығы гөрләп торҙо!
Спорт майҙансығы гөрләп торҙо!
Спорт майҙансығы гөрләп торҙо!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас