Мәсүфә ӘЮПОВА 1963 йылдың 3 октябрендә Берләс ауылында тыуған. Бөрө дәүләт педагогия институтының башланғыс кластар педагогикаһы факультетын тамамлай. 40 йыл педагогик стажға эйә. Рәсәйҙең почетлы уҡытыусыһы, мәғариф алдынғыһы. Һигеҙ йәшенән ижад итә, биш китап авторы.
Уҡытыусыма
(Йыр)
Уҡытыусым, һинең бейеклекте
Тиңләр инем бары Ҡояшҡа.
Бөйөклөктөң һиңә тиңдәше юҡ
Һүҙҙәр таба(а)лмайым мин башҡа.
Уҡытыусым, бөгөн һинең өсөн
Йырҙар йырлаһам да аҙ булыр.
Рәхмәттәрҙе әйтеп башым эйһәм,
Йөрәгеңә бәлки наҙ булыр.
Уҡытыусым, әсәйемдәй миңә
Күңел йылылығың өләштең.
Белем менән тәрбиә лә бирҙең
Минең бәхет өсөн көрәштең.
Уҡытыусым, һинең изгелекте
Үлсәмдәргә әгәр һала(а)алһам,
Икһеҙ-сикһеҙ тиеп яҙыр ине,
Ундай үлсәм ерҙә таба(а)лһам...
Уҡытыусым, яҡын дуҫым булдың,
Тоғролоҡтоң шәхси өлгөһө.
Сафлыҡ, таҙалыҡтың, намыҫлыҡтың
Әйтерһең дә һин бит көҙгөһө...
Ун беренселәргә
Үҫмер саҡтың матур көнө бөгөн,
Барығыҙ ҙа ниндәй сағыу һеҙ!
Ә шулай ҙа минең күңелемдә
Беренсегә килгән сағығыҙ!..
Йөҙөгөҙҙә ҡаушау менән шатлыҡ –
Ул саҡта ла шулай инегеҙ!
Минең менән бергә йылмайҙығыҙ,
Минең менән бергә көлдөгөҙ...
Артта ҡалды һеҙҙең бала саҡтар,
Бер ҙә юҡҡа илап тороуҙар...
Ҡосағыма килеп һырыныуҙар,
Киләсәккә план ҡороуҙар...
Әллә нисек бик тиҙ үҫтегеҙ ҙә,
Ҡоштар кеүек осоп киттегеҙ...
Төштә генә күрҙем кеүек һеҙҙе
Әллә саптар атта үттегеҙ?!
Күҙҙәремә йәштәр эркелһә лә,
Изгелекле минең теләктәр:
Ҙур һынауҙар һеҙҙең алдығыҙҙа,
Еңеп сыҡҡас, тормош бүләкләр!
Ауырлыҡтар һеҙҙе һындырмаһын,
Бөгөлмәгеҙ әсе елдәргә,
Шатлыҡ менән ҡайтып йөрөгөҙ һеҙ
Мәктәп тигән матур илдәргә!..
Мин яратам һине, Борайым!
(йыр)
Тыуған яҡтарыма тиң булырлыҡ
Мин, дуҫтарым, ерҙәр эҙләнем.
Борайымды данлап йырлар өсөн
Табырмынмы икән һүҙҙәрен?..
Шишмә һыуҙарының тәмен һыуһап
Ҡайтып барам һиңә, Борайым.
Ишетелә таныш тальян моңо,
Кемдер һуҙа моңло ҡурайын,
Хәмдүнә һәм Вәсилдәрең өсөн
Мин яратам һине, Борайым!
Былбылдарың хатта моңлораҡтыр,
Алһыуыраҡ ата таңдарың,
Борайымды илгә данлап тора
Хеҙмәт һөйгән ҡыҙ һәм улдарың.
Аҡҡош күлдәренән бер ураһам
Һағыштарҙың ҡалмай эҙе ҙә.
Борайымды маҡтап йыр йырлайым,
Йәнем кеүек һәр бер һүҙе лә.