Быйыл был мәртәбәле бәйгелә туғыҙ мәктәптән һәм алты балалар баҡсаһынан бәйгеселәр һөнәри оҫталыҡта һынау тота. Уларҙың барыһы ла конкурс этаптарын лайыҡлы үтеп, үҙҙәренең төплө белемен, бай эш тәжрибәһен һәм оҫталығын күрһәтә.
Г. Солтанова, Е. Чернышева, Э. Сәйетғәлина, Л. Хәсуллина - «Йыл уҡытыусыһы - 2024», ә Г. Әйүпова, Г. Дәүләтгәрәева, Л. Әғләмова «Йыл педагогы-2024» конкурсы лауреаттары булыуға ирешә.
«Йыл уҡытыусыһы-2024» конкурсының абсолют еңеүсеһе исеменә Муллаҡай мәктәбенең химия уҡытыусыһы Олег Владимирович Лаптев лайыҡ була.
Ҡариҙел 1-се балалар баҡсаһының физик культура буйынса инструкторы Эльза Рәфис ҡыҙы Ғәзизова «Йыл педагогы-2024» тип табыла. Улар шулай уҡ
Рәсәй Геройы Владимир Әлимов премияһына ла лайыҡ була.
Еңеүселәр район данын республика этабында яҡлаясаҡ. Уларға уңыштар теләйбеҙ!
Наилә Имаева.