Сәхнәлә Түбән Карыш ауыл биләмәһенең ауыл мәҙәниәт йорттары, ауылы клубы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм үҙешсән сәнғәт һөйөүселәре илһөйәрлек менән һуғарылған концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Сәхнәнән һуғыш һәм тыныслыҡ, һөйөү һәм тоғролоҡ, һуғышта һәм хеҙмәт фронтында халҡыбыҙ күрһәткән батырлыҡтар тураһында йырҙар яңғыраны.
“Еңеү салюты” илебеҙ халҡының хәрби батырлығын һәм хеҙмәт ҡаһарманлығын йәнә бер тапҡыр хәтергә төшөрөүгә йүнәлтелде.
Сығанаҡ: https://vk.com/wall-191231766_2726?w=wall-191231766_2726