Кесе Шаҙы — Оло Шаҙы ауыл биләмәһенә ҡараған ҙур булмаған ауыл. Шаҙы йылғаһы буйында район үҙәгенән төньяҡ-көнбайышҡа табан 15 километр йыраҡлыҡта урынлашҡан.
Ауылға типтәрҙәр тарафынан килешеү буйынса 1715 йылда Түбән Шаҙы исеме менән нигеҙ һалынған. Көсөк исеме менән дә йөрөтөлгән. 1865 йылда 45 хужалыҡта 290 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, ер эшкәртеү менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 йылда мәсет, дүрт кибет иҫәпләнә. 30-сы йылдарҙа “Ким” колхозы ойошторола, 1950 йылдан И.В. Сталин исемендәге колхоз составында була. 1961 йылда ул — “Шаҙы” колхозы, 1994-2007 йылдарҙа “Шаҙы” крәҫтиән хужалыҡтары ассоциацияһы тип йөрөтөлә. Был башҡорт ауылында 1906 йылда — 637, 1920 йылда — 816, 1939 йылда — 446, 1959 йылда — 315, 1989 йылда — 130, 2002 йылда — 108, ә 2010 йылда 91 кеше иҫәпләнә.
Әлеге көндә Кесе Шаҙыла 47 йортта башҡорт һәм татар милләтенән булған 81 кеше йәшәй. Ул районда бәләкәй ауылдарҙан һаналһа ла, бирелә эшһөйәр, әүҙем халыҡ ғүмер итә. Оло хөрмәткә лайыҡ уҙамандарҙың береһе — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәбделислам Ғимадрислам улы Нурисламов. Ул ошо ауылда 1927 йылда тыуған. 17 йәшендә Совет Армияһы сафына алына. Егет хеҙмәт иткән Тын океан флотының хәрәкәт итеүсе 5-се айырым ротаһы 1945 йылдың 9 авгусынан 3 сентябренә тиклем Квантун армияһын юҡ итеүҙә ҡатнаша. Был яуҙа ул яралана. 2-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, “Японияны еңгән өсөн” миҙалдары, “1941-1945 йылдар фронтовигы” билдәһе менән бүләкләнгән Ғәбделислам Ғимадрислам улы тыныс тормошта ла ҡул ҡаушарып ултырмай. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ. Шулай ҙа иң ҙур ҡыуанысы һәм байлығы ветерандың — ғаиләһе. Биш балаһы, ете ейән-ейәнсәре һәм 11 бүлә-бүләсәре аҡһаҡалды уңыштары менән һөйөндөрөп кенә тора һәм уның менән ғорурлана.
Нәкитйә Хәбелбаян ҡыҙы Гәрәева 1933 йылдың 12 июнендә Юбайкүл ауылында тыуған. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Ололар менән бер рәттән балалар ҙа, йәштәр ҙә эшкә егелә. Ҡыҙ дүрт класс ҡына тамамлай ала, артабан уның хеҙмәт биографияһы башлана. Фермала ла эшләй, торф сығарыуҙа ла ҡатнаша. Буй еткергәс, Кесе Шаҙы егете Фәрит Хәбиб улы Гәрәевҡа кейәүгә сыға. Улар икеһе лә колхозда эшләй, ҙур хужалыҡ алып бара, биш бала тәрбиәләп үҫтерә.
Оло йәштәге инәй, хеҙмәт ветераны Нәҡитйә Хәбелбаян ҡыҙы тыныс тормоштоң ҡәҙерен яҡшы белә һәм әле лә Ватанды һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә. Ул беренселәрҙән булып махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға йылы ойоҡбаштар бәйләп, посылка ебәрҙе.
74 йәшлек Заһит Миңлевәли улы Ғәлләмов та үҙенең әүҙемлеге менән һоҡландыра. Ул үргән кәрзиндәр, ҡаҙ һәм өйрәк оялары, арҡандар һәр өйҙә тиерлек үҙ урынын тапҡан. Оҫтаның алтын ҡулдары һәр ваҡыт эштә. Уның улы ла эшһөйәр һәм тырыш булып үҫте. Фәнүр Заһит улы — крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе, малсылыҡ менән шөғөлләнә. Буранлы көндәрҙә ауылдаштары үҙ мәшәҡәттәре менән ҡайҙалыр барып ҡайта алһын өсөн, ул иртә таңдан юлдарҙы ҡарҙан таҙартып ҡуя. Йәйен ул трактор руле артында — бесән саба, өмәләрҙә техника менән ярҙамлаша.
Рәмзиә Әхмәҙуллинаның шәхси хужалығы ла башҡалар өсөн өлгө булып тора. Йыл да ул күпләп ҡаҙ, күркә, тауыҡ себештәре алып үҫтерә. Мөгөҙлө эре малы ла байтаҡ һарайҙа. Уңған хужабикә һалҡындар башланғас, күршеләрен, туғандарын йыйып, Ҡаҙ өмәһе үткәрә.
Кесе Шаҙы ауылы халҡы ла ил кисергәнде кисерә, берҙәмлек күрһәтә. МХО-ла булған яугирҙарыбыҙға булышыу йөҙөнән гуманитар ярҙам әҙерләүгә ихлас ҡушылдылар: бергәләп күпләп туҡмас киҫтеләр, ойоҡбаштар бәйләнеләр, алғы һыҙыҡтағыларға бөтә кәрәк-яраҡты әҙерләштеләр.
Улар “Айыҡ ауыл” конкурсында ла ҡатнаша. Бирелә һәр кем айыҡлыҡта, сәләмәт тормош алып барыуҙа яҡты киләсәк икәнен яҡшы аңлай. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ла беренселәй генә ҡатнашмайҙар. Ауыл активисы Гөлфинә Имаметдинова һүҙҙәренсә, әле Оло Шаҙы ауыл биләмәһен хеҙмәтләндергән тракторҙы алып, улар яңы эштәргә дәртләнеп китте һәм “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға обелиск урынлаштырыу һәм уның биләмәһен төҙөкләндереү” проекты менән ҡатнаша.
Бәләкәй ауылда йәш ғаиләләрҙең дә күп булыуы, уларҙа һәләтле балалар тәрбиәләнеүе ҡыуандыра. Лиана һәм Раушан Шәйбәковтар өс бала тәрбиәләй, күптән түгел үҙ көстәре менән төҙөгән яңы өйгә күстеләр. Алина һәм Марат Ғәлләмовтар ҙа өй туйланы, был йәш ғаиләлә ике бала үҫә.
Ауылда әүҙем, эш һөйөүсән кешеләр йәшәүе, яңы ғаиләләр төҙөлөүе, балалар тауышы яңғырауы Кесе Шаҙының киләсәге бар икәнлеген дәлилләй. Шаҙыларҙың киләсәге яҡты һәм тыныс булһын!
Фирҙәүес Ҡадиҡова.