Яҡташыбыҙ Лена Камил ҡыҙы Хаҡованың яңы китабы сығыуы тураһында “Победа” гәзите аша белдек. Ул төрлө милләт халҡын ихтирам иткән, тормошто яратҡан, һәр кемдең шатлығына ҡыуана, ҡайғыһын уртаҡлаша белгән ихлас күңелле апай булып сыҡты.
Лена Камил ҡыҙы Кемеров өлкәһенең Прокопьевск ҡалаһында шахтер һәм тегенсе ғаиләһендә тыуа. Атаһы Камил Зәкәри улы менән әсәһе Мөслимә Фәтҡелбаян ҡыҙы сығыштары менән Саҡмағош районы Имәнкүл ауылынан. Ата-әсәһе тураһында тыныс ҡына һөйләй алмай Лена апай. Балаларының шәхес булараҡ үҫеше өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй улар. Тыуған яҡтарынан бик йыраҡта йәшәһәләр ҙә, ғаиләлә туған телгә һәм Тыуған илгә ихтирам һәм хеҙмәт тәрбиәһе бирергә тырышалар. Бер урамда рус, сыуаш, украин, немец һәм башҡа милләт балалары ҙур оркестр булып бергә уйнаһа, өйҙә тик туған телдә һөйләшеү ҡарала. Хатта атаһын Коля, әсәһен Маша тип өндәшкәндәргә лә ҡырҡа ҡаршы төшәләр. Мулла ҡушҡан исемде әйтеү башҡа милләт халҡына бер аҙ ауырлыҡ тыуҙырыуға ҡарамаҫтан, төҙәтә торғас, дөрөҫ итеп әйтергә өйрәнәләр. Туған тел моңон ишеттерер өсөн Өфөнән Кемеров ҡалаһына килгән концертты ла ҡалдырмай Хаҡовтар.
Хеҙмәткә һөйөү ҙә ғаиләлә һалына. Ҙур баҡсаны таҙа тотоу, түтәлдәрҙе утау, емеш-еләк йыйыу бер туған кескәйҙәр иңендә була. Шул уҡ ваҡытта яҡшы уҡыу, мәктәпте тик яҡшы билдәләргә тамамлау маҡсаты ҡуйыла. Бының өсөн дә тыуған йортта бар мөмкинлектәр тыуҙырыла. Аталары өйҙә класс мөйөшө эшләй. Унда таҡта, указка, парта һәм линейка була. Балалар дәрескә әҙерләнеп кенә ҡалмай, ә таҡта эргәһендә киләһе дәрестә нисек һөйләргә өйрәнә, ә линейка менән ныҡ эйелеп яҙмаҫҡа, һаулыҡҡа зыян килмәҫлек итеп дөрөҫ ултырыуҙы күҙәтеп торалар.
Оҫта ҡуллы тегенсе әсәһе балаларҙың һәр осраҡта таҙа йөрөүҙәрен талап итә. Үҙе теккән күлдәк-костюмдар иң матуры һәм зауыҡлыһы була. Мәктәп формаһына үлсәп тегелгән ап-аҡ алты яға көн һайын алмаштырылып тора. Шуға күрә бәләкәй Ленаны иң бөхтә уҡыусы булараҡ өлгө итеп ҡуялар. Уҡытыусыларға сикһеҙ хөрмәт тә ата-әсә тәрбиәһенән килә. Лена Камил ҡыҙы айырыуса рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Валентина Николаевна Красноваға рәхмәтле. Уның тәрән йөкмәткеле һәм мауыҡтырғыс дәрестәрен бер ваҡытта ла онотмай: “Һәр дәресе беҙгә ҙур байрам була торғайны, яратыуыбыҙ шул тиклем булғандыр, кластағы 30-ға яҡын уҡыусы уны “әсәй” тип йөрөттө”, – тип хәтерләй ул. Күпме йылдар үтһә лә, алыҫ Кемеровҡа шылтыратып, аралашып торалар.
Лена Камил ҡыҙы урта мәктәпте алтын миҙалға тамамлағандан һуң Өфө дәүләт медицина университетының дауалау факультетына уҡырға инә. Бында инде атайҙың йоғонтоһо ҙур була. Юғары белемде мотлаҡ тыуған Башҡортостанда алырға һәм шунда төпләнергә тигән ҡарарын ҡуя. Был ваҡытта ағаһы Рәмил Өфө дәүләт авиация институтын тамамлаған була. Шулай итеп, ата-әсәнең тағы бер теләге тормошҡа ашырыла. Киләсәктә ҡустылары Рафаэль да ағаһы белем алған уҡыу йортон тамамлаясаҡ. Ә Лена табип һөнәрен уңышлы үҙләштереп, дерматология һәм венерология буйынса интернатура тамамлай һәм Бөрө ҡалаһына эшкә тәғәйенләнә. Уны дауахананың ул ваҡыттағы баш табибы Любомир Антонович Гинчицкий ҡаршы ала һәм ҡайҙалыр ҙур ҡалала тыуып үҫкән ҡыҙҙың бәләкәй ерҙе үҙ итеүенә шикләнеп ҡарай.
Бер йыл эшләгәндән һуң йәш белгес тыуған яғына табип булып ҡайтҡан Матвей Иванаевич Байназовты осрата. Йәш ғаилә Саҡмағошта — татар, Мишкәлә мари йолалары буйынса туй үткәрә. Бөрөгә йәштәрҙе ҡотларға хеҙмәттәштәре пар аттарҙа килеп, фатиха бирә. Шулай итеп, Бөрө — Байназовтар ғаиләһенең төп хеҙмәт урыны, ә ҡыҙҙары Лидия менән Маргаританың тыуған ҡалаһы булып китә.
Татыу ғаиләлә төрлө байрамдар бергә үткәрелә. Яңы йыл маскарадына мотлаҡ парлы костюмдар тегелә. Тауыҡ менән әтәс, Ромео менән Джульетта кеүек ишле образдар тыуҙырыла. Балалар үҫә төшкәс, Ҡыш бабайҙың бәләкәс Ҡарһылыуҙары менән күршеләрҙе һәм туғандарҙы ҡотларға йөрөүе традицияға әйләнә.
Ҡыҙҙар бәләкәйҙән музыка мәктәбенең фортепиано һәм думбыра кластарын, шул уҡ ваҡытта урта мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, икеһе лә Өфө дәүләт нефть-техник университетына уҡырға инә. Лидия — иҡтисад, Маргарита йәмғиәт менән бәйләнеш факультетын һайлай. Сит телгә ҡыҙыҡһыныу көслө булғанлыҡтан, төп һөнәрҙәре менән бергә “Һөнәри коммуникация өлкәһендә инглиз теленән тәржемәсе” өҫтәмә квалификацияһын алалар, Ҡытайҙа практика үтәләр. Шуға күрә улар инглиз, ҡытай телдәрендә иркен аралаша.
Сәләмәт тормош яҡлы Байназовтар һәр иртән алтыла тороп, физик күнекмәләр эшләп, файҙалы аҙыҡтар менән туҡланып йәшәй.
40 йыл медицина өлкәһендә хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыҡҡан юғары категориялы табип үҙе эшләгән дәүерҙе һағынып иҫкә ала: “Төрлө йүнәлештәр буйынса республика йәмғиәте ағзалары булдыҡ. Диспансерҙағы 40-50 кешенән торған ауырыуҙар менән эшләүҙән тыш фәнни конференцияларҙа ҡатнашыу, семинарҙарға барыу, докладтар, рефераттар менән сығыш яһауҙар белемде һәр ваҡыт камиллаштырып, үҫтереп торорға ярҙам итә торғайны. Шул уҡ ваҡытта медицина колледжы студенттарына лекциялар уҡыу, практик дәрестәр үткәреү ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Шуға күрә медицина буйынса махсус журналдар яҙҙырттыҡ, китапханабыҙҙы байыттыҡ” – ти ул. Ә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы Матвей Иванаевич әле лә эшләп йөрөй.
Яҡшы уҡытыусыларҙан белем алыу, аҙаҡ дөрөҫ тын алыу йогаһы менән даими шөғөлләнеү Лена Камил ҡыҙының тағы бер һәләтен аса. Бөгөн ул – ике китап авторы. Мәҡәләләре һәм очерктары райондың “Победа”, Мишкә районының “Келшымаш”, “Дружба”, Саҡмағош районының “Игенсе”, Прокопьев ҡалаһының “Шахтерская правда” гәзиттәрендә баҫыла.
“Быуындар яҙмаһы” исемле беренсе китабы ике яҡтың да атай һәм әсәй буйынса шәжәрәһен барлай. “Бөрө: ғаилә хроникаһы” тигән икенсе китабы киң ҡатлам уҡыусылар өсөн тәғәйенләнгән. Унда яҙмышы ҡала менән бәйле шәхестәрҙең тормошо хикәйәләнә.
“Бөрөлә төрлө ҡатлам кешеләре йәшәй. Донъя кимәленә танылғандары ла, тормошта үҙ урындарын тапмай, түбәнлеккә тәгәрәгәндәре лә. Һуңғылары менән үҙемдең хеҙмәт юлымда осраштым. Мәрхәмәтле хеҙмәттәштәрем менән уларға мөмкин тиклем ярҙам итергә тырыштыҡ. Китап, гәзит-журналдар ташыныҡ, кейем, аҙыҡ-түлек тә алып килдек, – ти Лена Камил ҡыҙы. – Тарихыбыҙҙы булдырыуҙа ҡатнашҡан киң күңелле кешеләр тураһында яҙмайынса булдыра алмайым”.
Лена Хаҡованың тағы ла бер үҙенсәлекле мауығыуы бар: еленле һыйырҙар коллекцияһы туплау. Улар төрлө илдәрҙән йыйылған. Уның әйтеүенсә, үлән ашап, кеше организмы өсөн әллә күпме файҙалы ашамлыҡтар биргән һыйыр малы һәр диндә оло ихтирамға лайыҡ. Шуға күрә һыйыр менән бәйле мәҡәл-әйтемдәр, һынамыштар, шиғырҙар туплай.
Тормошто яратырға өйрәткән ата-әсәһенә, киләсәккә киң бураҙналар ярырға ярҙам иткән мәрхәмәтле уҡытыусыларға, китап уҡырға өйрәткән юғары уҡыу йорто профессорҙарына, ҡыйыулыҡ һәм ныҡышмалылыҡ тәрбиәһе биргән хеҙмәттәштәренә, һәр ваҡыт рухи яҡтан үҫергә булышлыҡ иткән тормош иптәше Матвей Иванаевичҡа, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөүен татырға мөмкинлек биргән ҡыҙҙарына рәхмәтле Лена апай.
Бына шулай быуындарҙы быуынға бәйләп, киләсәккә яҡты хәтирәләр ҡалдырып йәшәй Лена Камил ҡыҙы Хаҡова.
Ғәлиә Ғәниева.
Бөрө районы.