Иҫке Мутабаш ауылы әүҙемселәре ил һағында торған ир-егеттәребеҙгә ярҙам маҡсатында окоп шәмдәре әҙерләгән. Берҙәм аҡса йыйып, парафин һатып алғандар һәм ауыл мәҙәниәт йортона йыйылышып шәмдәр яһағандар. Улар йылынырға ғына түгел, ә аш-һыу әҙерләргә, ваҡ-төйәк әйберҙәрҙе киптерергә лә ярҙам итәсәк. Аҙ ғына урын биләй, өс-һигеҙ сәғәт яна.
Маскировка селтәрен үреү ҙә бирелә әүҙем бара. Ауыл уңғандары һәр бер таҫманы бәйләгән саҡта үҙҙәренең изге теләктәрен әйтә. Шуға ла бындай һаҡлау сараһы бик ышаныслы. Халыҡтың теләге бер: яугирҙар иҫән-һау Еңеү менән тиҙерәк әйләнеп ҡайтһын!
Наилә Имаева.