Ҡариҙел районының Байҡы ауылы ҡатын-ҡыҙҙары берҙәмлеген һәм уңғанлығын күрһәтә. Махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ярҙамды улар беренсе тапҡыр ғына әҙерләмәй. Яңыраҡ 230 блиндаж шәме эшләнеләр. Ә был юлы клубҡа йыйылып, алғы һыҙыҡтағы яугирҙәрҙе шатландырырға, күңелдәрен күтәрергә теләп, милли ризыҡ – туҡмас ҡырҡырға ҡарар итте, тип яҙа “Ҡариҙел” гәзите.
60 йомортҡанан ҡамыр баҫып, туҡмас ҡырҡтылар, алғы һыҙыҡтағы ауылдаштарын иҫкә алып, яҡшы теләктәр теләнеләр. “Өй туҡмасы тәмле генә түгел, ул - яҡындарыңа хәстәрлек һәм иғтибар символы ла. Беҙҙеңсә, тәмле ризыҡ егеттәребеҙҙең күңелен күтәрер, тыуған яҡтарын иҫкә төшөрөп, ауырлыҡтарҙы еңергә көс-ҡеүәт бирер”, – ти хәстәрлекле хужабикәләр.
Фото: https://vk.com/karaidel102
Автор:Дина Арсланова
https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2024-01-31/tyu-an-y-i-k-t-sh-r-n-3623723