Өфөләге Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Дуҫлыҡ ордены кавалеры, донъя кимәлендәге бихисап әҙәби наградаларға лайыҡ Марсель Сәлимовтың 75 йәшлек юбилейына арналған кисә ойошторҙо.
Сарала билдәле яҙыусы-сатириктың ижади дуҫтары, яҙыусылар, журналистар, ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Милли әҙәбиәт музейы фондында һаҡланған экспонаттарҙан ҡуйылған күргәҙмә бик йөкмәткеле ине, ул яҙыусының ижади юлына байҡау яһарға мөмкинлек бирҙе. Музей хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән бай йөкмәткеле презентацияны юбиляр үҙе лә ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән тулыландырҙы, һәр фотоға аңлатма биреп, уға бәйле тарихты бәйән итте. Әлбиттә, сарала ҡатнашыусыларға ижадына, тормошона ҡағылышлы иҫтәлекле ваҡиғалар тураһында Мар. Сәлимдең үҙенән ишетеү мауыҡтырғыс булды.
Сатира һәм юмор оҫтаһы – 50-нән ашыу китап авторы, уның әҫәрҙәре 50-гә яҡын телгә тәржемә ителгән. Әле лә Мар. Сәлим әүҙем ижад итә, йәмәғәт тормошонда ҡайнай. Ул Башҡортостандың журналистика ветерандары союзын ойошторҙо, үҙе уға етәкселек итә, шулай уҡ сатира һәм юмор секцияһын да булдырып, уның эшен алып бара. Бынан тыш, әҙип республиканың Яҙыусылар союзы идаралығы, Журналистар союзы советы, ветерандарҙың йәмәғәт ойошмаһы, Рәсәйҙең “Белем” йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе, “ЛИффТ” Бөтә Рәсәй әҙәби журналының, үҙебеҙҙең “Һәнәк” журналының редакция советтары ағзаһы ла – ул башҡарған эштәрҙе һанай китһәң, ҡағыҙ бите генә лә етмәҫ.
Яҙыу оҫтаһы, тынғыһыҙ йәмәғәтсе – һәр ваҡыт халыҡ араһында, ваҡиғалар уртаһында. Ниндәй ҙә булһа сарала уның ҡыҙыҡлы сығышын бөтәһе лә көтөп ала: көлкө оҫтаһының уйыны ла, ысыны ла ҡушылған телмәре ауыр уйҙарҙан арындырып ыңғай тулҡынға көйләй, ауырлыҡтарға юмор аша ҡарарға өйрәтә.
Мар. Сәлим – республикабыҙ мәҙәниәтен, башҡорт әҙәбиәтен илебеҙҙә генә түгел, сит идәрҙә лә танытыуға ҙур өлөш индергән әҙип. Донъялағы бихисап башҡа халыҡ вәкилдәре башҡорт юморы менән тап уның әҫәрҙәре аша танышты.
Һүрәттәрҙә: осрашыу мәлдәре.
А. Нурмөхәмәтов фотолары.