Асҡын 2-се урта мәктәбендә “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса халыҡ-ара конкурсының муниципаль этабы уҙҙы. Унда 10 мәктәптән барлығы 36 бәйгесе ҡатнашты.
Улар эпосты башҡорт, рус, татар, инглиз, ғәрәп, француз телдәрендә һөйләп, жюри ағзаларын һоҡландырҙы. Башҡорт телендә һөйләүселәр араһында — Әмир Хәсәнов, Самир Абдуллин, рус телендә — Ильяс Мөхәмәтйәнов, Диана Әхмәрова һәм Асҡын 2-се мәктәбенең “Инеш” фольклор коллективы, инглиз, ғәрәп, француз телдәрендә Искәндәр Лотфуллин еңеүсе тип табылды.
Гран-приға Асҡын 2-се урта мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Яҙгөл Абрарова лайыҡ булды.
Йәш сәсәндәрҙе һәм уларҙы әҙерләүсе уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе ихлас ҡотлайбыҙ һәм рәхмәт белдерәбеҙ!
Наилә Имаева.