Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
30 Ғинуар 2024, 03:10

Уҡыусылар спорт залын ремонтлау өсөн тауыш биргән

Урмияҙ мәктәбе  "Уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау" конкурсында ҡатнаша. 

Уҡыусылар спорт залын ремонтлау өсөн тауыш биргәнУҡыусылар спорт залын ремонтлау өсөн тауыш биргән
Уҡыусылар спорт залын ремонтлау өсөн тауыш биргән

Уҡыусылар инициативаһына таянып эшләнелгән был проектта Урмияҙ  урта мәктәбе лә әүҙем ҡатнаша. Ошо көндәрҙә уҡыусылар үҙҙәренең тәҡдимдәренә нигеҙләнеп, мәктәп инфраструктураһын яҡшыртыуға йүнәлтелгән өс проект менән сығыш яһай: китапхананы, тамаша  һәм спорт залдарын ремонтлау.

Пректтар әҙерләп бөткәс уҡыусыларҙың йыйылышы үтә.

Илвир Нәжметдинов, Алһыу Абдуллина, Инсаф Мәрбиев  инициатив төркөм исеменән сығыш яһап,  презентация күрһәтә. Бөтә проекттар ҙа йылы ҡабул ителә. Шулай ҙа  уҡыусылар  Инсаф Мәрбиев етәкселегендәге команда әҙерләгән «Спорт залын ремонтлау» проектын хуплай. Был аңлашыла ла, сөнки ҡыҙҙар һәм егеттәр сәләмәт тормош яҡлы, спорт менән шөғөлләнә, төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, даими призлы урындар яулап тора. Улар киләсәктә  заманса йыһазландырылған яҡты, иркен спорт залында шөғөлләнергә теләй.

Урмияҙ урта мәктәбе уҡыусыларының башланған эштәре файҙалы һәм һөҙөмтәле булыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Наилә Имаева.

 

Уҡыусылар спорт залын ремонтлау өсөн тауыш биргән
Уҡыусылар спорт залын ремонтлау өсөн тауыш биргән
Уҡыусылар спорт залын ремонтлау өсөн тауыш биргән
Уҡыусылар спорт залын ремонтлау өсөн тауыш биргән
Уҡыусылар спорт залын ремонтлау өсөн тауыш биргән
Уҡыусылар спорт залын ремонтлау өсөн тауыш биргән
Уҡыусылар спорт залын ремонтлау өсөн тауыш биргән
Уҡыусылар спорт залын ремонтлау өсөн тауыш биргән
Уҡыусылар спорт залын ремонтлау өсөн тауыш биргән
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас