Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
30 Ғинуар 2024, 09:10

Талантлы рәссам һәм оҫта гармунсы

Рәйес Фәйезовтың ижады тормошто яратырға өйрәтә.

Талантлы рәссам һәм оҫта гармунсыТалантлы рәссам һәм оҫта гармунсы
Талантлы рәссам һәм оҫта гармунсы

2024 йыл Башҡортостанда Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән к ешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан ителде. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә белдергәйне. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр араһында үҙҙәренең көслө рухлы, әүҙем булыуы менән башҡаларға матур өлгө күрһәтеп, һоҡландырып йәшәгәндәр бик күп. Шундай шәхестәребеҙҙең береһе — Тайҡаш ауылында йәшәүсе Рәйес Фәйезов. Ул — йөҙләгән картина авторы, тирә-яҡҡа билдәле рәссам. Сәнғәткә ул бормалы, һикәлтәле юлдар аша килә.Рәйес Әсхәт улы 1949 йылдың 28 ғинуарында Байҡы-Юныс ауылында тыуған. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышын башынан аҙағына тиклем үткән. 1940 йылда армия сафына алынған ир 1946 йылда ғына тыуған яғына ҡайта. Башта хисапсы, унан оҙаҡ йылдар колхоз рәйесе булып эшләй. Ә әсәһе уҡытыусы була. Ғаиләлә өс бала үҫә. Яҙмыш уларға бик иртә ҡайғыларҙың әсеһен әҙерләй: әсәләре бик иртә, 33 йәшендә генә, гүр эйәһе була. Атай ҡулында ете, алты һәм бер йәшлек  улдары ҡала.

Уртансы бала булған Рәйес бик хисле, һәләтле, аҡыллы булып үҫә. Һүрәт төшөрөргә ярата, ете йәшендә гармун уйнарға өйрәнә. Атаһы тырыш улына 6-сы класта уҡығанда баян алып бирә. Үҫмер барыһын да шаҡ ҡатырып, яңынан-яңы көйҙәр өйрәнә, тирә-яҡҡа моң тарата.

 — Беҙҙең күршелә генә ике ағай — Рәлих һәм Рәсих Сабитовтар йәшәй ине. Кис етһә, ихатаға сығып, икәүләп баянда уйнайҙар. Мин уларҙың сыҡҡанын күҙәтеп кенә торам. Ҡайһы саҡта байтаҡ ҡына халыҡ та йыйылып китә. Шулай башланды йыр-моңға һөйөү, — тип иҫкә ала Рәйес Фәйезов.

Киләсәккә яҡты хыялдар менән янып йәшәгән үҫмерҙең пландары 1963 йылдың мартында,  7-се класта уҡығанда, селпәрәмә килә. Хеҙмәт дәресендә класташы абайламаҫтан балта менән Рәйестең дүрт бармағын сабып өҙә. Байҡы дауаханаһында үҫмерҙең ҡулын бәйләйҙәр ҙә өйгә ҡайтарып ебәрәләр. Дауаханаға һалыу ҙа, кәңәш биреү ҙә юҡ. Оҙаҡ та үтмәй, Рәйестең ҡулы эренләп шешә башлай. Ул саҡта егетте бөтөнләй ҡулһыҙ ҡалыуҙан белемле хирургтар түгел, ә ябай ауыл фельдшеры ҡотҡарып ҡала. Ул көнөнә дүртәр ҡабат килеп, уколдар ҡаҙай, яраны бәйләй, Рәйесте йыуата, яҡшы һүҙҙәре менән дауалай. Һәм әкренләп малайҙың яраларына ит үрә башлай. Һыҙланыуҙарының сиге булмаһа ла, ул хыялынан баш тартмай: иҫән ҡалған берҙән-бер бармағы менән баянда яңынан уйнарға өйрәнә.

— Бармаҡтар киҫелгәс, кәмһендем, ҡыйынһындым. Чехол тегеп, ҡулымды йәшереп йөрөнөм. Төшөмдә бармаҡтарымдың үҫкәнен күрәм. Шатланып уянып китәм, ә бармаҡтар юҡ. Яралар төҙәлмәгән ине әле, баш бармаҡ менән генә көй сығарырға тырышам. Ҡараһам, атайым менән үгәй әсәй кухняла илап ултыра. Шулай баянда яңынан уйнарға өйрәнергә тура килде. Киҫелгән бармаҡтарымдың төптәре менән, — тип һөйләй Рәйес ағай.

Һүрәтте һул ҡулы менән төшөрә Рәйес. Шулай нескә күңелле, матурлыҡҡа, тәбиғәткә ғашиҡ егет 8-се класты тик яҡшы билдәләргә генә тамамлай һәм 1964 йылда Өфө педагогия техникумының художество-графика бүлегенә уҡырға инә. Уҡыу йортон уңышлы тамамлай.  Педагогтары егеттең талантын иғтибарһыҙ ҡалдырмай, уға Мәскәүгә сәнғәт академияһына барырға тәҡдим итә. Ләкин ауыл балаһына әлеге лә баяғы шул аҡса мәсьәләһе лә ҡамасаулай, егет ауылға ҡайта һәм Борай районының Ҡайынлыкүл мәктәбендә рәсем һәм һыҙма дәрестәре уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Төп эшенән тыш йәш белгес класс бүлмәләрен, колхоз идараһы бинаһын биҙәй. Кистәр репетиция, яңы йырҙар өйрәнеү, спектаклдәр ҡуйыу менән үтә. Йыр-моңға ғашиҡ егет һәр сарала өҙҙөрөп баянда уйнай, буш ваҡытында картиналар яҙа.  Талантлы йәш уҡытыусыны бирелә ҡалдырыу өсөн мәктәп директоры торлаҡ менән дә тәьмин итә. Ләкин атаһы ҡат-ҡат саҡырғас, Рәйес уның һүҙен йыға алмай, тыуған ауылына ҡайтаайҡы-Юныста Рәйес Фәйезов Мәғәфиә Бәхтийәр ҡыҙы менән ғаилә ҡора. Йәштәрҙе шулай уҡ сәхнә, үҙешмәкәр сәнғәт таныштыра. 1975 йылда улар Тайҡаш ауылына күсенеп килә. Икеһе лә мәктәптә эшләй, уҡыусыларға аң-белем, тәрбиә бирә. Шулай Рәйес Әсхәт улы 40 йылдан артыҡ рәсем һәм һыҙма дәрестәре уҡытыусыһы булып эшләй. Балаларынан да уңа Фәйезовтар. Ғаиләләренә йәм өҫтәп, бер-бер артлы улдары Артур һәм ҡыҙҙары Ләйсән донъяға килә. Ата-әсәһенә оҡшап, улар ҙа тырыш, һәләтле булып үҫә, юғары уҡыу йорттарында белем алып, ғаилә ҡороп, бөгөн үҙҙәре балалар үҫтерә.

 Тормош ауырлыҡтары Рәйес Әсхәт улының ижади дәртен һүндермәй. Уның йөҙҙән артыҡ картинаһы иҫәпләнә. Ныҡлап картиналар яҙыу менән ул хаҡлы ялға сығыр алдынан мауығып китә. 1972 йылда ул Өфөлә үҙешмәкәр рәссамдар республика күргәҙмәһендә ҡатнаша һәм уның эше диплом һәм ҡиммәтле бүләк менән билдәләнә.

Әкренләп үҙенең картиналарын тамашасы иғтибарына сығара башлай ул. “Ҡариҙел күренештәре” тип аталған күргәҙмәһе Бөрө ҡала музейының күргәҙмә залында ойошторола. Күбеһенсә пейзаждарҙан торған, йәғни тыуған яҡ матурлығына арналған картиналары тамашасылар күңелендә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдыра. Шулай итеп, беренсе шәхси күргәҙмәһе 2007 йылда асыла һәм уның артынан ҡалғандары дауам итә. 2009 йылда рәссамдың “Ҡариҙел күренештәре - 2” тип аталған күргәҙмәһе Ҡариҙел ауылында үтә. 2011 йылда — “Тыуған яҡ күренештәре” күргәҙмәһе Бөрө ҡалаһында, 2012 йылда “Минең яғым” күргәҙмәһе Асҡын ауылында ойошторола. 2014 йылда “Яҙғы уяныу” тип аталғаны ла тамашасыларҙа тик һоҡланыу хистәре генә уята.

Талантлы рәссам үҙенең ижад емештәрендә пейзаж жанрына өҫтөнлөк бирә.  Күргәҙмәһендә лә, өйөндәге картиналарында  лә тыуған      яҡ күренештәре сағыла. Бөтәһе лә күңелгә яҡын, йәнгә йылылыҡ, һөйөү өҫтәй.

Автор йыл миҙгелдәренең бай төҫтәрен күңеле аша үткәреп, уларҙы күрһәтә белә. Бер картинаһында ҡыштың вайымһыҙ, ҡырыҫ аҡ һалҡынлығын асһа, икенсеһендә — йәй байлығы, йылылығы, нуры. Яҙ һәм көҙ тураһындағылары йәшәү мәғәнәһе тураһында уйланырға мәжбүр итә.
Рәссамдың ижад емештәре менән танышҡан һәр кеше уның талантына һоҡлана. Картиналары асыҡ, алтын һымаҡ төҫтәрҙә яҙылған һәм шатлыҡ-ҡыуаныс менән тулы һымаҡ. Бындай әҫәрҙәр ижад итеү өсөн талант эйәһенең тормошто яратыуы, Аллаһы Тәғәлә биргән ғүмерҙең һәр миҙгелен ҡәҙерләп, бәрәкәтле итергә ынтылып йәшәүе мөһим. Хәйер, тормош ҡәҙерен үлем менән йәшәү сигенә яҡынлашып ҡараған кеше генә беләлер. Эш шунда, Рәйес Әсхәт улы 90-сы йылдарҙа бик ҡаты ауырый. Ул йылдар буйы дауаханала ята. Дөрөҫ диагноз ҡуйылмау сәбәпле, бик  күп ауыртыу-һыҙланыуҙар аша үтергә тура килә уға. Ошо бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға уға Бөрө табибы һәм оло йөрәкле тормош иптәше Мәғәфиә Бәхтийәр ҡыҙы ярҙам итә.
— Күңел төшөнкөлөгөнә бирелергә ярамай. Төн ҡараңғылығы йөрәктәргә шом һалмаһын. Унан һуң барыбер яҡты көн тыуа бит, — ти рәссам ул йылдарҙы иҫкә алып.

Рәйес Фәйезовтың тормошто яратыуына, рух ныҡлығына һәм талантына һоҡланырлыҡ. Күңеле тулып киткәндә ул ҡулына баянын ала, картиналары алдына ултырып, тәбиғәттең серле йәшәйешен аңларға тырышҡандай, бармаҡтарын баян телдәре буйлап йүгертә. Төҫтәр-буяуҙар, күңелдәрҙе елкендерерлек моңдар менән идара итә ул. Яҙмыш һынауҙарын лайыҡлы үткән ир уҙаманы  ижади күңеле менән тирә-яҡҡа матурлыҡ өләшеп,  яҡындарына терәк-таяныс булып ғүмер кисерә.

Илһөйәр Махатова әҙерләне.

 

Талантлы рәссам һәм оҫта гармунсы
Талантлы рәссам һәм оҫта гармунсы
Талантлы рәссам һәм оҫта гармунсы
Талантлы рәссам һәм оҫта гармунсы
Талантлы рәссам һәм оҫта гармунсы
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас