Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
25 Ғинуар 2024, 04:30

Маҡсатына ышаныслы аҙымдар менән атлаусы егет

Рәмис Ғәделисламов студент йылдарының ҡәҙерен белеп, файҙалы үткәрә. Хөрмәтле студенттар, байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ! Уҡыуығыҙҙа уңыштар, бар ҡуйған маҡсат, хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ!

Маҡсатына  ышаныслы аҙымдар менән атлаусы егетМаҡсатына  ышаныслы аҙымдар менән атлаусы егет
Маҡсатына ышаныслы аҙымдар менән атлаусы егет

Һөнәр үҙләштереү ҙә, бер үк ваҡытта эшләү ҙә барыһының да ҡулынан килмәй. Бының өсөн  маҡсатсан, тырыш, яуаплы булыу, ваҡытыңды дөрөҫ бүлә белеү талап ителә. Яңы Бағаҙы ауылынан Рәмис Ғәделисламов магистратурала уҡыуы менән бер рәттән белгеслеге буйынса эшләп тә йөрөй.

Рәмис күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Бәләкәйҙән тырыш, аҡыллы, белемгә ынтылыусан була. Асҡын 2-се урта мәктәбен алтын миҙалға тамамлай, Берҙәм дәүләт имтихандары буйынса юғары балл йыя.

Тырыш егет Өфө дәүләт нефть-техник университетының торбаүткәргес транспорты  факультетында  белем алып,  торбаүткәргес транспорты  системаһы объекттарын төҙөү һәм  ремонтлау белгеслеген ала. Бакалавриатты уңышлы тамамлап, шул уҡ йүнәлештә магистратураға уҡырға инә. Үҙе практика үткән “Башгипронефтехим” проект институтының монтаж бүлегенә үткән йыл ноябрҙә инженер-проектировщик булып эшкә урынлаша, технологик  торбаүткәргестәргә проект төҙөй.

“Эшемдә уҡыуым тураһында беләләр, уҡытыусылар аңлап ҡарай.  Буш ваҡытым ҡалмай, тип әйтерлек. Музыка менән мауығам, гитарала уйнайым.  Был миңә көс-дәрт өҫтәй, көндәлек мәшәҡәттәрҙән бер аҙ арындыра”,  - ти маҡсатына ышаныслы аҙымдар менән атлаусы  Рәмис.

Наилә Имаева.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас