Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Афарин!
23 Января 2024, 05:15

Солтанбәктәрҙең ниәттәре тормошҡа ашһын!

 Солтанбәк ауылы халҡы 2024 йылда  Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһын тормошҡа ашырыу  сиктәрендә роторлы бесән сапҡыс алыр өсөн тауыш бирҙе.

Солтанбәктәрҙең ниәттәре тормошҡа ашһын!Солтанбәктәрҙең ниәттәре тормошҡа ашһын!
Солтанбәктәрҙең ниәттәре тормошҡа ашһын!

Солтанбәк ауыл биләмәһендә   Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһын тормошҡа ашырыу  буйынса күп эштәр атҡарылып килә.  Халыҡ 2024 йылда  ла был программала ҡатнашырға теләк белдерҙе  һәм  уның сиктәрендә  2018 йылда алынған МТЗ -82.1 тракторына бесән сапҡыс алыр өсөн  йыйылышта тауыш бирҙе.

Яңы тракторға һөйөнөп бөтә алмай  урындағы халыҡ, сөнки  һуңғы йылдарҙа ҡыш буранлы килеп, ҡар мул яуһа ла, юлһыҙлыҡтан интекмәйҙәр. Трактор ярҙамында   Солтанбәк, Сураш, Кәмәшиҙе ауылдары урамдарын  ваҡытында ҡарҙан таҙартып торалар.

 Әгәр ҙә быйыл  Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһын тормошҡа ашырыу  сиктәрендә бесән сапҡыс алыуға ирешһәләр,  йәйгеһен юл буйҙарындағы  һәм хужаһыҙ ҡалған йорт участкаларындағы үләнде  сабыуы еңеләйер ине, тип өмөтләнәләр.  Ауыл ере өсөн был да бик мөһим мәсьәлә, сөнки  ҡарауһыҙ ҡалған участкаларҙа үҫкән сүп үләне янғын хәүефһеҙлеген тыуҙыра, ә ҡул  менән генә сабып  тәртиптә тотоу мөмкин түгел. Өҫтәүенә юл ситтәрен дә сабып торорға кәрәк.

Күптән түгел үткән йыйылышта халыҡ араһынан   инициатив төркөм һайланды. Бынан тыш, залда ултырыусылар Башҡортостан Республикаһы, район ҡаҙнаһынан бүленәсәк, бағыусыларҙан һәм урындағы халыҡтан йыйыласаҡ финанстар хаҡында һөйләште.  Быйыл һайлап алынған проекттың хаҡы 280  мең һум тәшкил итә. Республика ҡаҙнаһынан ошо маҡсатҡа субсидия —  210 мең, райондыҡынан 36 мең ҡаралған. Ҡалған сумма (17-шәр мең һум) бағыусыларҙан  һәм урындағы халыҡтан буласаҡ.

   — Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында  Солтанбәк ауыл биләмәһе 2016 йылдан башлап ҡатнаша.  Сураш ауылында ошо программа сиктәрендә  ике тапҡыр ауыл клубы бинаһына ремонт яһалды, биләмә өсөн  өр-яңы трактор һәм Солтанбәккә  балалар өсөн уйын майҙансығы алдыҡ, Солтанбәк ауылы зыяратын яңыртып кәртәләнек. Был программа беҙҙең өсөн ҙур ярҙам, сөнки уны булдырғанға тиклем ауыл биләмәһендә ҙур сығым талап иткән бындай күләмле эштәр башҡарырға ауыр ине. Әйтергә кәрәк,  ауыл халҡы һәм ситтә йәшәүселәр ҙә финанс яҡтан ҙур ярҙам күрһәтә. Быйыл халыҡ һайлаған проектты тормошҡа ашырыуҙа ла  солтанбәктәр әүҙем ҡатнашыр, тип ышаным, — тине Солтанбәк ауыл биләмәһе башлығы Лилиә Салауат ҡыҙы Ғиләжева.

Солтанбәктәрҙең изге ниәте тормошҡа ашһын!

Наилә Имаева.

 

Солтанбәктәрҙең ниәттәре тормошҡа ашһын!
Солтанбәктәрҙең ниәттәре тормошҡа ашһын!
Солтанбәктәрҙең ниәттәре тормошҡа ашһын!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас