Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Афарин!
20 Января 2024, 06:35

Яугирҙар иҫән-һау булһын өсөн

Солтанбәктәр бергәләп маскировка селтәрен үрҙе.

Яугирҙар иҫән-һау булһын өсөнЯугирҙар иҫән-һау булһын өсөн
Яугирҙар иҫән-һау булһын өсөн

Солтанбәктәр  махсус хәрби операциялағы яугирҙарға даими ярҙам оҙатып тора.

“Районыбыҙҙан гуманитар ярҙам киткән һайын солтанбәктәр ҙә был изге эшкә һәр саҡ дәррәү ҡушыла.  Йылы ойоҡбаш-бейәләйҙәр бәйләп, төрлө тоҙланмалар, салаттар, рассольниктар әҙерләп, туҡмаҫ  киҫеп, маяш бешереп, окоп шәмдәре яһап, маскировка селтәрен үреп ярҙам итеп торҙо. Бына әле  өс көн рәттән  мәктәпкә спорт залына йыйылып 3х6  ҙурлығындағы маскировка селтәрҙәрен үрҙек. Был эште тағы дауам итәбеҙ. Киләһе аҙнала окоп шәмдәрен дә әҙерләйәсәкбеҙ, маскировка селтәрҙәрен дә тағы үрәсәкбеҙ, ойоҡбаштар  бәйләү ҙә дауам итә. Иң мөһиме, беҙҙең изге эштәребеҙ һалдаттарыбыҙға Еңеү яуларға, уларға иҫән-имен әйләнеп ҡайтырға ярҙам  итһен! Көсөбөҙ – берҙәмлектә!” -   тип хәбәр итте Солтанбәк ауыл биләмәһе башлығы Лилиә Салауат ҡыҙы Ғиләжева.

Наилә Имаева.

Яугирҙар иҫән-һау булһын өсөн
Яугирҙар иҫән-һау булһын өсөн
Яугирҙар иҫән-һау булһын өсөн
Яугирҙар иҫән-һау булһын өсөн
Яугирҙар иҫән-һау булһын өсөн
Яугирҙар иҫән-һау булһын өсөн
Яугирҙар иҫән-һау булһын өсөн
Яугирҙар иҫән-һау булһын өсөн
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас