Яңы йыл каникулдарын һәр кем көтөп ала. Бигерәк тә балалар өсөн ул иң күңелле һәм мауыҡтырғыс мәл. Балаларҙың ни тиклем яҡшы һәм бай ял итеүенә уларҙың алдағы уҡыу эшсәнлеге бәйле буласаҡ.
Нәҡ ошо маҡсатта ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Эльза Әфтәхова урындағы ағинәйҙәр, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә бөгөн бик матур сара ойоштороп үткәрә. Ололар ҙа, балалар ҙа Ҡыш Бабай менән бергә саф һауала төрлө уйындарҙа, конкурстарҙа ҡатнашып, бүләктәр отоп, берҙәй күңелле ял итә.
“Был байрамды беҙ йыл да ойошторабыҙ. Быйыл да матур йоланан ситтә ҡалманыҡ. Ауылдың уңған, әүҙем ағинәйҙәре тәмлекәстәр бешереп, бүләктәр ҡыҫтырып килде. Байрамдың бағыусыһы юҡ, һәр кем үҙе нимәлер алып килде. Һөҙөмтәлә, бына тигән мул табын ҡоршалды, самауыр ҡайнап торҙо. Бергәләп күңелле итеп сәй эстек. Ауыл биләмәһе башлығы Ринат Хәмзә улы Ғәләүетдинов та сарала ҡатнашып, барыһын да сәләмләне. Балалар өсөн дә уйындар күп булды. Бергәләп гөр килеп тау шыуыуы айырыуса күңелле булды. Байрамдан барыһы ла бүләктәр отоп, яҡшы тәьҫораттар алып, ҡыуанышып таралды”, - тип һөйләне Эльза Әфтәхова.
Бына шулай, көн һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, ауылдаштар күңелле һәм файҙалы ял ойоштора. Афариндар!
Наилә Имаева.