Яңы йыл байрамы етергә лә һанаулы ғына көндәр ҡалды. Шуға ла әле бөтә ерҙә был мөғжизәле байрамға әҙерлек бара. Урамдары төрлө ялтырауыҡлы гирляндалар менән биҙәлә, майҙансыҡтарға ҡупшы шыршылар ҡуйыла.
Ҡышлауйылға ауылының “Чебурашка”балалар баҡсаһында ла әҙерлек бик ҡыҙыу бара. Тәрбиәселәр ата-әсәләр менән бергәләп ҡарҙан төрлө әкиәт геройҙарын эшләп тә ҡуйҙыҡ! Иң төп урында, әлбиттә, Яңы йыл символы — ҙууур Аждаһа! Балаларға шыуыр өсөн тау ҙа әҙер!
Хәҙер шау-гөр килеп Яңы йыл иртәлектәре уҙасаҡ, — тип һөйләне тәрбиәсе Ралия Ғарифулла ҡыҙы Динмөхәмәтова.
Ижади ҡарашлы коллективҡа алда ла тик уңыштар теләйбеҙ. Яңы йыл тик ҡыуаныстар, иң мөһиме, тыныслыҡ алып килһен!
Наилә Имаева.