Сураш ауылында йәшәп, үҙҙәре һымаҡ уңған, тырыш, мәрхәмәтле, аҡыллы дүрт бала тәрбиәләүсе Зөлфиә һәм Динар Ғайсиндарҙы районыбыҙҙа бик яҡшы беләләр. Улар бишенсе йыл инде Сураш һәм Солтанбәк ауылдары халҡын тәмле, хуш еҫле икмәк бешереп һыйлай.
Бар эшкә лә оҫта ғаилә башлығы Динар Рәзиф улы “Атайсал” проектының иң әүҙем ҡатнашыусыһы ла.
Улар үткән йыл ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса “Изгелек ағасы” хәйриә акцияһында ҡатнашып, гәзит бүләк иткәйне. Быйыл да Ғайсиндар почтальондары Лидия Маусул ҡыҙын саҡырып, “Йәнтөйәк” гәзитенә яҙылды. Баҫманы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттың әсәһенә бүләк иттеләр.
Изгелек өләшкәндән арта ғына, тиҙәр. Зөлфиә һәм Динар, һеҙҙең изге эштәрегеҙ ҙә үҙегеҙгә мең сауап булып әйләнеп ҡайтһын! Эштәрегеҙ уң барһын!
Наилә Имаева.