

Яңы Ҡара ауылында йәшәүсе Рәүизә һәм Салауат Шәрәфисламовтар уңғанлыҡтары менән һоҡландыра.
Хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Яңы Ҡара ауылы уңған, егәрле, тырыш ғаиләләре менән дан тота. Бирелә күптәр шәхси хужалыҡ тотоп, күпләп мал, ҡош-ҡорт, бал ҡорттары ҡарап, етеш, мул тормошта йәшәй. Шундай йүнсел ғаиләләрҙең береһе Рәүизә һәм Салауат Шәрәфисламовтар.
38 йыл бергә татыу ғүмер итеп, бер ул һәм ҡыҙға ғүмер биреп, уларҙы тәрбиәләп оло тормош юлына сығарған хәстәрлекле ата-әсә бөгөн биш ейән-ейәнсәренә бына тигән олатай-өләсәй ҙә булған!
Шәрәфисламовтар ғаилә ҡороп йәшәй башлауҙарынан алып күпләп-мал тыуар аҫрап, етеш тормош көткән. Элегерәк өсәр һыйыр, ҡышлау, быҙау, ҡаҙ-өйрәк, бал ҡорттары ҡараһа, һуңғы ете йылда улар күпләп күркә үҫтерә башлаған. Быйыл иһә улар 100 күркә себеше һатып алып, уларҙың 94 -ен үҫтереп, яңы ғына һуйып эш итеп тә ҡуйған!
Был һоҡланғыс уңған ғаилә тураһында район гәзиттәренең киләһе һанында тулыраҡ итеп уҡырһығыҙ.
Наилә Имаева.
Фотоларҙы Гөлнара Шәйхинурова төшөрҙө һәм ғаилә архивынан да алынды.