Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
2 Декабрь 2023, 08:15

Йыр моң беҙҙе берләштерҙе

Бөгөн Асҡын район Мәҙәниәт йортонда ҙур әҙерлек менән уҙған халыҡ йырҙарын ансамбль менән башҡарыу буйынса  район конкурс-фестиваленең һайлап алыу турында ҡатнашыусылар барыһын да үҙҙәренең моңло тауышы, башҡарыу оҫталығы менән һоҡландырҙы һәм рухландырҙы.  

Йыр моң беҙҙе берләштерҙеЙыр моң беҙҙе берләштерҙе
Йыр моң беҙҙе берләштерҙе

Был  сараны Асҡын ауылының “Күк сәскә” балалар баҡсаһы коллективы ойоштороп үткәрҙе. Ижади ҡарашлы, йыр-моң һөйөүсе был тырыш коллектив “Йыр-моң беҙҙе берләштерә” проекты менән (проекттың етәксеһе Зинфира Сәғит ҡыҙы Закирова)  Мәҙәни башланғыстар буйынса Президент фондының  гранттар конкурсында еңеү яулағайны. Ошо грант аҡсаһына улар район конкурс-фестивален юғары кимәлдә ойоштороп үткәрҙе.

Халыҡ йырҙарын башҡарыу буйынса бәйгелә районыбыҙ мәктәп һәм балалар баҡсаларынан барыһы 23 коллектив ҡатнаша.  Бөгөн үткән һайлап алу турында шуларҙың 21-е сығыш яһаны. Һәр сығышты мәртәбәле жюри ағзалары баһаланы һәм еңеүселәрҙе  билдәләне. Уларҙың исеме бөгөн 16.00 сәғәттә район Мәҙәниәт йортонда уҙасаҡ Гала-концертта иғлан ителәсәк һәм улар дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнәсәк.

 Һәр коллектив ҙур яуаплылыҡ менән был бәйгегә әҙерләнеп,  йырҙарына тура килерлек костюмдар әҙерләгән. Сығыштарын бейеп, музыкаль инструменттарҙа  уйнап та йәнләндереүселәр һәм байытыусылар булды. Бәйгелә халыҡ йырҙары дүрт телдә яңғыраны! Был үҙе ғорурлыҡ!

 Ысынлап та, йыр-моң барыһын да берләштерҙе, дуҫлаштырҙы, илһамландырҙы, рухландырҙы.

Тулыраҡ киләһе материалдарҙан уҡырһығыҙ.

 Наилә Имаева.

Йыр моң беҙҙе берләштерҙе
Йыр моң беҙҙе берләштерҙе
Йыр моң беҙҙе берләштерҙе
Йыр моң беҙҙе берләштерҙе
Йыр моң беҙҙе берләштерҙе
Йыр моң беҙҙе берләштерҙе
Йыр моң беҙҙе берләштерҙе
Йыр моң беҙҙе берләштерҙе
Йыр моң беҙҙе берләштерҙе
Йыр моң беҙҙе берләштерҙе
Йыр моң беҙҙе берләштерҙе
Йыр моң беҙҙе берләштерҙе
Йыр моң беҙҙе берләштерҙе
Йыр моң беҙҙе берләштерҙе
Йыр моң беҙҙе берләштерҙе
Йыр моң беҙҙе берләштерҙе
Йыр моң беҙҙе берләштерҙе
Йыр моң беҙҙе берләштерҙе
Йыр моң беҙҙе берләштерҙе
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас