Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
17 Ноябрь 2023, 19:35

Билгештәр бәлеш бешереү серҙәре менән уртаҡлашты

#Айыҡауыл2023#ТрезвоеселоБильгиш2023

Билгештәр бәлеш бешереү серҙәре менән уртаҡлашты
Билгештәр бәлеш бешереү серҙәре менән уртаҡлашты

Бөгөн Билгештә Айыҡ ауыл конкурсы сиктәрендә Бәлеш фестивале – милли аш-һыу байрамы үтте. Байрамға Билгеш, Ҡашҡа, Гөмбә, Әмир ауылдарының уңған ҡыҙҙары, инәй,-апайҙары ҡунаҡҡа саҡырылды.
Байрамда ҡатнашыусыларҙы район Советы сәркәтибе, «Айыҡ ауыл-2023» конкурсының ойоштороу комитеты ағзаһы, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рима Шамил ҡыҙы Нәбиуллина, Билгеш ауылының «Айыҡ ауыл» конкурсындағы кураторы Гөлзифа Альбирт ҡыҙы Мөхәмәтдинова сәләмләп, изге теләктәрен еткерҙе.
Кисәне йәнле, күңелле итеп Фәнилә Хәлим ҡыҙы алып барҙы.
Байрамға бәлештең ниндәй генә төрөн бешермәгәндәр: асыҡ бәлеш, гөбәҙиә, итле бәлеш, ҙур бәлеш, балан бәлеше, емеш-еләк бәлеше, муйыл, повидло һалып эшләнгәндәре, һәр төрлө формала бешерелгән бәлештәрҙән өҫтәл һығылып торҙо. Һәр ауыл командаһы өҫтәлдәрен матур итеп, үҙенсәлекле биҙәгән. Командалар үҙҙәре менән таныштырып, бәлештәренең рецептары һәм оҫталыҡ серҙәре менән бүлешкәндән һуң музыкаль күстәнәстәренән ауыҙ иттерҙе. Кисә сәй табыны артында күңелле һөйләшеүҙәр менән тамамланды.


Сығанаҡ:  https://vk.com/idrinat88?w=wall13618050_4561

Билгештәр бәлеш бешереү серҙәре менән уртаҡлашты
Билгештәр бәлеш бешереү серҙәре менән уртаҡлашты
Билгештәр бәлеш бешереү серҙәре менән уртаҡлашты
Билгештәр бәлеш бешереү серҙәре менән уртаҡлашты
Автор:
Читайте нас: