Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
16 Ноябрь 2023, 16:00

Музей - патриотик тәрбиә усағы

Уҡыусыларҙа илһөйәрлек тәрбиәләүҙә Солтанбәк мәктәбенең   тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөмкинлектәре уңышлы файҙаланыла.

Музей  - патриотик  тәрбиә усағыМузей  - патриотик  тәрбиә усағы
Музей - патриотик тәрбиә усағы

Бөгөн Солтанбәк ауылында үткән “Тыуған ергә һөйөү – имандан”  тип аталған сараға йыйылыусыларҙы мәктәп фойеһында “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре ҡаршы алды. Улар тәрбиәсе апайҙары Фәнзиә Ҡәҙим ҡыҙы Суфиянова етәкселегендә  өйрәнгән “Туҡмаҫ киҫеү” бейеүен башҡарып, барыһын да һоҡландырҙы.

Артабан сарала ҡатнашыусылар мәктәп музейына юлланды.

Уҡыусыларҙа илһөйәрлек тәрбиәләүҙә мәктәптең  тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөмкинлектәре уңышлы файҙаланыла. Оҙаҡ йылдар музей эшмәкәрлеген алып барыусы география уҡытыусыһы Фәйрүзә Фаһаманова бында бай материал туплаған. Экспонаттар балаларҙы башҡорт халҡының ижады, үткән тарихы, кәсеп-һөнәрҙәре һәм көнкүреше менән таныштыра, уларҙың үҙаңын үҫтерә, әүҙемлеген, ижади һәләтен уята, үҙ халҡына хас булған сифаттар, патриотик хис-тойғолар, милли рух тәрбиәләүгә нигеҙ һала. Шуға күрә, йәш быуындың ышаныслы шәхестәр булып үҫеүенә, быуаттар бәйләнешенә, традициялар һаҡланыуға туранан-тура йоғонто яһай. Шулай уҡ бында башҡорт халҡының арҙаҡлы һәм районыбыҙҙың күренекле шәхестәре, тыуған яҡтың тәбиғәте тураһында альбомдар, һүрәттәр тупланған.

Музейҙа айырым урынды  илһөйәрлек темаһы алып тора. Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар тураһында ла бай мәғлүмәт тупланған. МХО-ла ҡатнашып, Тыуған ил өсөн  батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙ Айдар Әнғәм улы Хафизовтың яҡты иҫтәлегенә арнап, “Батырҙар исеме мәңгелек!” тигән стенд эшләп ҡуйғандар.

Музей эшмәкәрлеге менән таныштырғандан һуң, Фәйрүзә Мәхийән ҡыҙы батыр яҡташыбыҙ Айдар Әнғәм улының мәктәп йылдарын иҫкә алып, уның бик тырыш, яуаплы, аҡыллы егет булыуы тураһында һөйләне. Сарала ҡатнашыусы әсәһе Хәтмиә Шәмсел ҡыҙына шундай батыр, аҡыллы ул үҫтергәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Бергәләп, бер  минут тын ҡалып,  батыр яҡташыбыҙҙы иҫкә алдылар.

Һәр кем музейҙа булып, ауыл тарихы, күренекле шәхестәр, батыр яҡташтар тураһында бай мәғлүмәт алып, рухланып, музейҙы байытыуҙа үҙ өлөшөн индереүселәргә ҙур рәхмәт белдереп сыҡты.

 Музей – илһөйәрлек тәрбиәләүҙә иң отошло, һөҙөмтәле алымдарҙың береһе икәне билдәләнде.

Наилә Имаева.

Музей  - патриотик  тәрбиә усағы
Музей  - патриотик  тәрбиә усағы
Музей  - патриотик  тәрбиә усағы
Музей  - патриотик  тәрбиә усағы
Музей  - патриотик  тәрбиә усағы
Музей  - патриотик  тәрбиә усағы
Музей  - патриотик  тәрбиә усағы
Музей  - патриотик  тәрбиә усағы
Музей  - патриотик  тәрбиә усағы
Музей  - патриотик  тәрбиә усағы
Музей  - патриотик  тәрбиә усағы
Музей  - патриотик  тәрбиә усағы
Музей  - патриотик  тәрбиә усағы
Музей  - патриотик  тәрбиә усағы
Музей  - патриотик  тәрбиә усағы
Музей  - патриотик  тәрбиә усағы
Музей - патриотик тәрбиә усағы
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас