Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
16 Ноябрь 2023, 16:55

Алғы һыҙыҡтағыларға ихлас ярҙам итәләр

Солтанбәктәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәррәү ярҙам итеүен дауам итә.

Алғы һыҙыҡтағыларға ихлас ярҙам итәләрАлғы һыҙыҡтағыларға ихлас ярҙам итәләр
Алғы һыҙыҡтағыларға ихлас ярҙам итәләр

 Был хаҡта ауыл биләмәһе башлығы Лилиә Салауат ҡыҙы Ғиләжева һөйләне:

- Берҙәмлек, ярҙамсыллыҡ, мәрхәмәтлелек ауырлыктар килгәндә һынала. Украинала махсус хәрби операция башланғас бөтә ил дәррәү ҡуҙғалып,  яугирҙарға  төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә башланы. Был эштән  Солтанбәк ауылы халҡы ла ситтә ҡалманы. Йылы ойоҡбашлар бәйләп, туҡмаҫ киҫеп, консерваланған аҙыҡтар, тормош кәрәк- яраҡтары, маскировка өсөн селтәрҙәр үреп  оҙатты, - тине Лилиә Салауат ҡыҙы.  - Бөгөнгө сара -  йәш быуында илһөйәрлек, Ватанды һаҡлаусыларға  ҡарата ихтирам, уларҙың өлгөһөндә ҡыйыу һәм батыр булырға өйрәнергә ярҙам итер, тип ышанабыҙ. Бер-береңде ихтирам итеү, ғорурланыу, хәстәрлек күреү — бына ошо тойғолар аша тыуа Ватанға һөйөү.

Сара барышында мәктәптең спорт залында яугир яҡташтарға ярҙам әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде.

Уҡыусылар ҙа был изге эштән ситтә ҡалмаған. Улар һалдаттарға иң изге теләктәрен еткереп,  тәрән йөкмәткеле хаттар яҙған. Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған  һүрәттәр төшөргән. Һис шикһеҙ, уларҙың хаттары яугирҙарҙың  рухын нығытып, Еңеүгә көс-дәрт өҫтәр! Афарин, уҡыусылар!

Ағинәйҙәр иһә яугирҙарға  изге теләктәр теләй-теләй йылы ойоҡбаштар, бирсәткәләр бәйләне.”Ауылыбыҙҙа яугирҙарға гуманитар ярҙам йыйыу эше туҡтамай. Барлыҡ халыҡ был эштә ихлас ҡатнаша. Изге ғәмәл балаларҙы ла, ололарҙы ла берләштерҙе”, - тине сараны алып барыусы Розалия Марат ҡыҙы.

Яҡташ егеттәргә төрлө күләмдәге  маскировкалау селтәре һәм башҡа бик күп кәрәк-яраҡтар ебәреп өлгөргән солтанбәктәр. Бөгөнгө сарала иһә улар маскировкалау селтәрен үреү  серҙәре менән уртаҡлашты.

Байрам ҡунаҡтары ла был эшкә үҙ өлөшөн индерҙе. Улар ҙа изге теләктәр әйтеп , селтәр үреп ҡараны.
“Әйткәндәй, селтәр үреү бик үк еңелдән түгел икәнен үҙ иңдәремдә лә татып ҡараным. Эшләүе ҡыйын ғына, тиҙ генә ҡулдар тала. Шуға күрә, күмәкләгән яу ҡайтарған тигәндәй, бында күмәк кеше көсө талап ителә. Ошондай оло эш башҡарыусыларҙың барыһына ла тик оло рәхмәт кенә әйтке килә”, - тине Рима Шамил ҡыҙы.

Бер төркөм уңғандар селтәр өсөн таҫмалар киҫһә, икенсе төркөм уларҙы беркетеп, үреп барҙы. Селтәр өсөн ҡулайламаны ир-егеттәр хәстәрләп биргән. Оло йәштәге ағинәй Рәминә Нурмөхәмәтова иһә изге теләктәрен  еткереп, мөнәжәт әйтте.

Тамсыларҙан күл йыйыла, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Солтанбәктәрҙең сауаплы ғәмәлдәре лә Еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итһен!

Наилә Имаева.

 

Алғы һыҙыҡтағыларға ихлас ярҙам итәләр
Алғы һыҙыҡтағыларға ихлас ярҙам итәләр
Алғы һыҙыҡтағыларға ихлас ярҙам итәләр
Алғы һыҙыҡтағыларға ихлас ярҙам итәләр
Алғы һыҙыҡтағыларға ихлас ярҙам итәләр
Алғы һыҙыҡтағыларға ихлас ярҙам итәләр
Алғы һыҙыҡтағыларға ихлас ярҙам итәләр
Алғы һыҙыҡтағыларға ихлас ярҙам итәләр
Алғы һыҙыҡтағыларға ихлас ярҙам итәләр
Алғы һыҙыҡтағыларға ихлас ярҙам итәләр
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас