Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
1 Ноябрь 2023, 10:30

Асҡындар “Мостай уҡыуҙарында” призлы урындар яуланы!

Бөгөн, 1 ноябрҙә, Өфөлә  Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында "Мостай уҡыуҙары" төбәк-ара әҙәби-ижади конкурс еңеүселәрен һәм призёрҙарын бүләкләү тантанаһы үтте.

Асҡындар “Мостай уҡыуҙарында” призлы урындар яуланы!Асҡындар “Мостай уҡыуҙарында” призлы урындар яуланы!
Асҡындар “Мостай уҡыуҙарында” призлы урындар яуланы!

Унда  районыбыҙҙың да телһөйәр уҡыусылары һәм уҡытыусылары ҡатнашты.

 Асҡын 2-се урта мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы  Азалия  Шаһиева  (етәксеһе  — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дилбәр  Зөфәр ҡыҙы Заһиҙуллина), Ҡышлауйылға урта мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Рәмилә Әхмәтғәлиева  — етәксеһе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Мәғәфүр ҡыҙы Вәлиева)  һәм Асҡын 1-се урта мәктәбе уҡытыусыһы  Эльвира Ғәли ҡыҙы Лотфуллина был тантаналы сараға барҙы. 

"Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн..." номинацияһында бөйөк шағирыбыҙҙың шиғырын яттан һөйләп, телһөйәр уҡыусылар Азалия менән Рәмилә  — уҡыусылар араһында,   Эльвира Ғәли ҡыҙы  уҡытыусылар  араһында  призер булды.

Тырыш, ныҡышмал, рухлы уҡыусыларыбыҙҙы һәм уларҙың ижади ҡарашлы  уҡытыусыларын, төрлө конкурстарҙа әленән-әле ҡатнашып, еңеүҙәре менән һөйөндөрөп торған Эльвира Ғәли ҡыҙын  ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Киләсәктә лә райондаштарыбыҙға уңыштар, яңынан-яңы ижади үрҙәр һәм еңеүҙәр яулауҙарын теләйбеҙ.

Наилә Имаева.                   

Асҡындар “Мостай уҡыуҙарында” призлы урындар яуланы!
Асҡындар “Мостай уҡыуҙарында” призлы урындар яуланы!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас