Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
20 Октябрь 2023, 04:50

Телһөйәр Риана уңыштары менән һоҡландыра

Бөгөн, 20 октябрҙә, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 104 йыл тула. Йыл һайын оло шәхесебеҙҙең тыуған көнөнә ҡарата республикабыҙҙа төрлө саралар уҙа һәм унда Асҡын районы уҡыусылары ла әүҙем ҡатнаша.

Телһөйәр  Риана уңыштары менән һоҡландыраТелһөйәр  Риана уңыштары менән һоҡландыра
Телһөйәр Риана уңыштары менән һоҡландыра

“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы был юлы ла уҡыусылар араһында ижади конкурс ойошторҙо. Шуныһы ҡыуаныслы, бындай конкурстарҙа Асҡын районы уҡыусылары ла һәр ваҡыт ҡатнашып, призлы урындар ала.

“Айыҡ ауыл – 2023” республика конкурсының муниципаль этабында ҡатнашыусы   Яңы Ҡаҙансы ауылы  мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Риана  Насртдинова тик “бишле” билдәләренә уҡыуы менән бергә, мәктәптә, районда үткән төрлө сараларҙа, бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашыуы менән дә һоҡландыра.  Йыр-бейеү булһынмы, спектаклдәрҙә уйнаумы, йөрәктәргә үтеп инерлек итеп шиғыр һөйләү булһынмы – бар ерҙә лә алдынғы. Бөтә сараларҙың уртаһында ҡайнай тырыш, рухлы ҡыҙ. Ғаиләлә ата-әсәһенең ышаныслы ярҙамсыһы ла ул. Йәш тә туғыҙ айлыҡ һеңлеһен дә  ҡараша, ағаһы ҡушҡанды ла шунда уҡ үтәп ҡуя.

“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы ойошторған бәйгелә ул башҡорт теле уҡытыусыһы Алһыу Ҡәтифйән ҡыҙы Хәсәнова етәкселегендә Мостай Кәримдең “Әлфиә хикәйәләре”нән өҙөктө тасуири  һәм йәнле итеп һөйләп, видеоға төшөрөп ебәрә.

Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса Риана алдынғылар иҫәбендә.

Риананы  сираттағы ҙур уңышы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә  илһөйәр һәм телһөйәр ҡыҙға яңынан-яңы үрҙәр яулауын,  бөйөк яҙыусыларыбыҙҙың  ижадын өйрәнеп, рухлы, сәмле булып үҫеүен     теләйбеҙ!

Наилә Имаева.                      

Телһөйәр  Риана уңыштары менән һоҡландыра
Телһөйәр  Риана уңыштары менән һоҡландыра
Телһөйәр  Риана уңыштары менән һоҡландыра
Телһөйәр  Риана уңыштары менән һоҡландыра
Телһөйәр  Риана уңыштары менән һоҡландыра
Телһөйәр Риана уңыштары менән һоҡландыра
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас