

Быйыл республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларында йәшәүсе 52 атай был наградаға лайыҡ булды. Барыһы 192 заявка бирелгән була.
Еңеүселәр араһында күп бала тәрбиәләүсе атайҙар, медицина хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, музыканттар, спортсылар, ҡотҡарыусылар, экологтар, шулай уҡ тәрбиәгә бала алған атайҙар ҙа бар. Уларҙың һәр береһе был наградаға лайыҡ!
5 октябрь - Уҡытыусылар көнө уңайынан “Атайлыҡ ҡаһарманлығы” миҙалын алырға беренселәрҙән булып сәхнәгә уҡытыусы атайҙар саҡырыла. Беренселәрҙән булып бүләкләнеүселәр араһында райондашыбыҙ, Ҡыйғаҙы ауылында йәшәүсе оло хөрмәткә лайыҡ уҡытыусы, биш бала атаһы Ильяс Ғазинур улы Дәүләтгәрәев та бар. Ильяс Ғазинур улын был мәртәбәле награда алыуы менән ҡотлайбыҙ! Уға һәм уның ғаиләһенә ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле имен тормош теләйбеҙ!
Наилә Имаева.