Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Афарин!
30 Сентябрь 2023, 05:00

Ижади ҡарашлы, маҡсатсан ҡыҙ

Өфө фән һәм технологиялар университетының филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетының 3-сө курс студенты Ольга Зәйнетдинова март айында “Рәсәй йәштәре. Гранттар” конкурсында ҡатнашты.

Ижади ҡарашлы, маҡсатсан ҡыҙИжади ҡарашлы, маҡсатсан ҡыҙ
Ижади ҡарашлы, маҡсатсан ҡыҙ

 Уның «Полилингваль мәғариф форсайты «Истоки» 2.0: этномәҙәни экспедиция» проекты еңеүсе тип табылды.
Ольга башҡа проекттарҙа ла әүҙем ҡатнаша. Быйыл йәй ул Һамар өлкәһендә Рәсәй йәштәр платформаһы сиктәрендә үткән Иҙел буйы федераль округының «iВолга» йәштәр мәғариф форумында ҡатнашты. Сара мәғәнәүи ваҡиғаларҙы ойоштороу өлкәһендә Рәсәйҙең 71 төбәгенән 2000 йәш белгесте берләштерҙе. Белем биреү программаһы махсус һигеҙ йүнәлеш һәм өс трек буйынса 14 йәштән алып 17 йәшкә тиклемгеләр араһында үткәрелде. Ольга «Быуындар берҙәмлеге» сменаһы ҡатнашыусыһы булды. «Программала ҡатнашҡанда беҙ илһөйәрлек хисен нисек үҫтереү тураһында белдек, бик күп спикерҙар һәм ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашыуҙар үтте. Лекцияларҙан тыш арт-терапия буйынса дәрестәр, интеллектуаль викториналар һәм күңелгә ятышлы осрашыуҙар уҙғарылды. Күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеү барышында үҙемә кәрәкле мәғлүмәттәр алдым. Һәр иртә зарядка эшләнек йәки йүгерергә сыҡтыҡ, ә иң масштаблы сараларҙан концерттар булды. Сәхнәлә күренекле артистар, бейеүселәр, диджейҙар һәм КВН-сылар сығыш яһаны. Һамарҙа беҙ Сталин бункерына барҙыҡ, ҡала буйлап ҙур булмаған экскурсия үткәрҙеләр», – тип тәьҫораттары менән бүлеште ул.

Август башында Ольга Бөрйән районына Иҙел буйы федераль округының «Йәштәр йыйыны – 2023» IV йәштәр гражданлыҡ форумына саҡырылғайны. Был юлы ул ҡатнашыусы булып түгел, ә «Йәштәр сәйәсәте кадры» сменаһының волонтёр-кураторы сифатында. “Был форум үтеп барған йәйҙең иң сағыу ваҡиғаһы булып тора. Ҡыҙыҡлы кешеләр менән таныштым, аралашыу барышында тыуған ҡурҡыуҙы еңергә өйрәндем, ныҡлы тәжрибә тупланым. Форумда республика Башлығы Радий Хәбировтың йәштәр менән фекер алышыуында ҡатнашыу бәхете лә тейҙе. Ғөмүмән, мин яңы уҡыу йылына яңы көс тупланым», – ти ул.
Перспективалы студенттарҙы күтәреү Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалында стратегик мәсьәлә булып тора. Сөнки йәш белгестәргә практик тәжрибә алыу, хыялға яҡынлашыу, карьера баҫҡысы буйынса күтәрелеү өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыу бик мөһим.
«Полилингваль мәғариф форсайты «Истоки» 2.0: этномәҙәни экспедиция» проекты Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районында үтәсәк. Тап был территорияла рус, татар, башҡорт һәм мари халҡының үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы, шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы һәм ҡаршылыҡлы тарихы ята. Ул 2016-2019 йылдарҙа нигеҙ һалынған фольклор экспедицияһының һәм 2021 йылғы этнографик экспедицияның, “Истоки” полилингваль мәғариф форсайтының (2022 йыл) дауамы булып тора һәм ул фәнни-тикшеренеү йүнәлешен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Проект шуныһы менән ҡыҙыҡлы: студенттар һәм уҡыусылар үҙҙәренең тыуған яғын, ғаилә тарихын өйрәнеү буйынса ижади эш башҡарасаҡ. Был эш йәштәрҙә атайсалы тарихын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ.

Розалия Ғәлиева, 3-сө курс студенты.
Бөрө ҡалаһы.

Ижади ҡарашлы, маҡсатсан ҡыҙ
Ижади ҡарашлы, маҡсатсан ҡыҙ
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас