Иртә менән халыҡ йәрминкә уҙаһы урынға ағылды. Бирелә күңелле: дәртле көйҙәр яңғырай, сауҙа рәттәре янында халыҡ мәж килә.
Өҫтәлдәрҙә ниҙәр генә юҡ! Кемдер тәмлекәстәр бешереп алып килгән, кемдер ҡайнатма, төрлө тоҙланмалар, емеш-еләк, ә кемдер ит-һөт ризыҡары, бәшмәк, бал, йомортҡа, хатта йорт ҡуяндары, тауыҡ, әтәс тәҡдим итә!
Һәр коллектив Уҡытыусы һәм остаз йылына арнап, сәскәләрҙән һәм йәшелсә-емештәрҙән бик матур композициялар һәм фотозона әҙерләгәйне.
Әллә ҡайҙан һатып алыусыларҙы әйҙүкләп, саҡырып торған уҡыусылар үҙҙәрен ысын һатыусы итеп тойҙо. Һәр кем үҙ тауарын һатырға, табыш алырға тырышты.
Хаҡтар ҙа төрлөсә. Мәҫәлән, кишер - 14-15 һум, һуған – 22 һум, кәлигә - 30 һум, һарымһаҡ – 150-250 һум, картуф 20- 22 һум.
Һәр ваҡыттағыса, байрамдың йырлы-моңло өлөшөн “Мельница” балалар ижады үҙәге коллективы бик матур, күңелле итеп әҙерләп, дәртле һәм йәнле итеп алып барҙы. Районыбыҙ мәктәптәренән һәм балалар баҡсаларынан килгән һәләтле балалар дәртле сығыштары менән сараға тағы ла йән өрҙө.
Район мәғариф бүлеге методистарынан торған жюри ағзалары еңеүселәрҙе төрлө номинациялар буйынса билдәләне.
Наилә Имаева.