“Сарс” балалар һауыҡтырыу лагеры балаларҙың яратҡан ял итеү урынына әүерелде. Әлдеге мәлдә бирелә “Ваҡыт серҙәре” тип аталған өсөнсө сменала 7 йәштән 16 йәшкә тиклемге 28 бала ял итә.
“ Тәрбиә эше план буйынса алып барыла. Был сменала Солтанбәк ауылының иҫтәлекле, тарихи урындарына, һоҡланғыс тәбиғәт ҡосағына экскурсиялар ойошторҙоҡ. Һәр ерҙә был урындың тарихы менән таныштырып, үҙенсәлектәре тураһында һөйләнек. Төрлө конкурс һәм викториналар ҙа ҙур ойошҡанлыҡ менән күңелле уҙа. “Лагерь һылыуы” конкурсын егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында үткәрҙек. Бик күңелле булды. Балалар ҙа бик һәләтле, йыр-моңға оҫталар, араларында ике гитарасыбыҙ ҙа бар. Дискотекала ла дәртле итеп бейейҙәр. Буш ваҡыттарҙа тәрбиәүи тема буйынса кинолар ҙа күрһәтәбеҙ. Физик тәрбиәгә ҙур иғтибар бүленә: иртәнге зарядка үткәрелә, саф һауала футбол, волейбол уйындары уйнайҙар. Ҡыҫҡаһы, төрлө сәләмәтләндереү, интеллектуаль эшмәкәрлек һәм мәҙәни сараларҙа балалар теләп ҡатнаша”, — тип һөйләне “Сарс” лагеры организаторы Лилиә Салауат ҡыҙы Ғиләжева.
Балалар лагерҙа яңы дуҫтар тапҡан. Тәрбиәселәр, хеҙмәткәрҙәр балаларҙың йәйге ялы сағыу тәьҫораттар ҡалдырһын, лагерҙа үткән көндәре файҙалы, хәүефһеҙ һәм күңелле булһын өсөн бөтә тырышлығын һала.
Наилә Имаева.