Йәнтөйәк
-8 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
6 Август 2023, 08:55

Тыуған ерен данлап йәшәйҙәр

Альмера һәм Фәнзир Әлтдиновтарҙың тырыш хеҙмәте лайыҡлы баһаланды.

Тыуған ерен данлап йәшәйҙәр
Тыуған ерен данлап йәшәйҙәр


Ирле-ҡатынлы Альмера һәм Фәнзир Әлтдиновтарҙы Ҡариҙел районында ғына түгел, унан ситтә лә яҡшы беләләр. Үҙ эштәрен асып, күп йылдар инде малсылыҡ һәм үҫемлекселек менән шөғөлләнеүсе был уңған пар Асҡында уҙған “Баҫыу көнө – 2023” төбәк семинар-кәңәшмәһендә Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Альмера Фәнис ҡыҙы менән Фәнзир Әлтәф улы икеһе лә Яугилде ауылында тыуып үҫә. Мәктәпте тамамлағас, һөнәр үҙләштереп, “Искра” колхозында эшләйҙәр. Фәнзир ағай – механик, водитель, инженер була, ә Альмера апай баш бухгалтер вазифаһын ҙур яуаплылыҡ менән башҡара.

Тыуған ерен данлап, хеҙмәттән йәм табып йәшәүсе Әлтдиновтар тураһында "Йәнтөйәк" гәзитенең 9 августа донъя күрәсәк һанында уҡый алаһығыҙ.

Әйткәндәй...

 Асҡын районында уҙған “Баҫыу көнө-2023” төбәк-семинар кәңәшмәһендә  Ҡариҙел районынан район  хакимиәте башлығы Айҙар Әнғәм улы Шәйҙуллин етәкселегендә делегация ҡатнаша.    Уның составында  -   “Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге” төбәк-ара берләшмәһенең Ҡариҙел районындағы филиалы начальнигы Зөфәр Ғаян улы Ғәлиханов, район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Нәрис Зариф улы Низамов, “Әлтдинов Ф.Ә”  КФХ етәксеһе Фәнзир Әлтәф улы Әлтдинов, "Нур + Р"  йәмиәте директоры Альмера Фәнис ҡыҙы Әлтдинова, район хакимиәтенең  ауыл хужалығы бүлеге баш инженеры Ринат  Әлтәф улы   Яҡупов.

"Семинар-кәңәшмә юғары кимәлдә  үтте. Бик яҡшы әҙерләнгәндәр. Семинарҙың программаһы ла бик бай, мәғлүмәтле булды. Ауыл хужалығы техникаһы өлгөләре менән таныштыҡ, яңы технологияларҙы өйрәндек, иген, ҡуҙаҡлы, май бирә торған һәм техник культураларҙың төрлө сорттары һәм гибридтарының тәжрибә сәсеүлектәрен ҡараныҡ. Баш ҡала белгестәре  үҙ эшебеҙҙә  ҡулланырға мөмкин булған фән ҡаҙаныштары менән, шулай уҡ тәжрибәләре һәм пландары менән уртаҡлашты", - тип тәьҫораттары менән бүлеште Альмера Фәнис ҡыҙы.

Наилә Имаева.

Тыуған ерен данлап йәшәйҙәр
Тыуған ерен данлап йәшәйҙәр
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас