Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
20 Июль 2023, 00:05

Күңелле һәм файҙалы ял иттеләр

Солтанбәк ауылында “Сарс” лагерында ял итеүселәр  лагерь менән хушлашты.

Күңелле һәм файҙалы ял иттеләр
Күңелле һәм файҙалы ял иттеләр

 


 “Сарс”та икенсе смена ябылды. Ул ”Беҙҙең менән бергә ос!” тип аталды. 21 көн һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Барыһы 50 бала ял итте.
Икенсе сменала Асҡын районынан тыш, Мишкә районынан, Өфө һәм Бөрө ҡалаларынан балалар ял итте.
Аллаға шөкөр, икенсе смена ла, иң мөһиме, имен, хәүефһеҙ, шул уҡ ваҡытта бик күңелле һәм мауыҡтырғыс уҙып китте. Балалар үҙ-ара дуҫ-татыу булып, һәр көн үткәрелгән мауыҡтырғыс сараларҙа ихлас ҡатнашты, яңы дуҫтар табып, аралашты. Малай һәм ҡыҙҙарҙың бойоғоп ултырырға ваҡыты ла булманы, һәр саҡ нимә менәндер ҡыҙыҡһынып шөғөлләнде.
Сменаны ябыу тантанаһына район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов, район мәғариф бүлеге начальнигы Зөлфирә Рәдис ҡыҙы Селянина, үҙебеҙҙең ауыл биләмәһе башлығы Фәнил Фәнғәт улы Шәрәфетдинов килде.

Етәкселәр балаларға яңы уҡыу йылында тик уңыштар теләп, лагерь коллективына шулай күңелле, фәһемле, хәүефһеҙ ял ойошторғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.

Динис Рәдис улы вожатыйҙарға тырыш хеҙмәттәре өсөн Рәхмәт хаттары ла тапшырҙы.
Бик матур сара үтте бөгөн. Балалар үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтте, күңелле булды.Вожатыйҙарҙың да сығышы бик сағыу булды.

Вожатыйҙарға, тәрбиәселәргә, тәмле ризыҡтар бешереүсе ашнаҡсыларға, фельдшерыбыҙға, таҙалыҡ һаҡлаусы апайҙарға, тәртип һәм хәүефһеҙлек һағында тороусыларға — барыһына ла рәхмәт белдерәм”, — тине лагерь начальнигы Наилә Ибатулла ҡыҙы.

Әйткәндәй, бер нисә көндән "Сарс"та өсөнсө смена башлана. Әлегә урындар бар. Юллама алыу өсөн  район мәғариф бүлегенә  8(34771) 2-16-32 номерына шылтырата алаһығыҙ.


Наилә Имаева.





Күңелле һәм файҙалы ял иттеләр
Күңелле һәм файҙалы ял иттеләр
Күңелле һәм файҙалы ял иттеләр
Күңелле һәм файҙалы ял иттеләр
Күңелле һәм файҙалы ял иттеләр
Автор: Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас