Солтанбәктә уҙған “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында ярты быуат элек мәктәп менән хушлашыусылар – Солтанбәк мәктәбенең 1973 йылғы сығарылышы осрашты.
- Бер-беребеҙ менән социаль селтәрҙәрҙә аралашып торорға тырышабыҙ. Бына быйыл 50 йыллыҡ уңайынан алдан һөйләшеп, күрештек. Беҙ 1-се класҡа 28 бала килгәйнек. Тәнзилә апай Зиннурова башланғыс кластарҙа уҡытты. Артабан 8-се класҡа тиклем Мәүғидә апай класс етәксебеҙ булды. Бик дуҫ уҡыныҡ. Мәктәп йылдарын һағынып иҫкә алабыҙ: күрше ауылдарға ла концерт ҡуйырға йөрөй инек. Ул саҡтарҙа баҫыуҙа ла, фермала ла эшләй инек. Ҡышын бергәләп санала, конькиҙа шыуа инек. 28 кешенең бөгөн 21-е иҫән-һау. Арабыҙҙан киткәндәрҙе иҫкә алдыҡ.
Беҙҙең арала уҡытыусылар ҙа, медицина һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә, осоусылар ҙа, урмансылар ҙа бар. Ҡыҫҡаһы, барыбыҙ ҙа тормошта үҙ урыныбыҙҙы таптыҡ. Ғүмеребеҙҙе фиҙаҡәр хеҙмәттә үткәреп, бөгөн инде хаҡлы ялдабыҙ. Барыбыҙ ҙа күптән олатай, өләсәй булғанбыҙ, - тип береһен-береһе уҙышып һөйләне сәстәренә сал ҡунған класташтар.
Осрашыуға ҡайтыусыларҙың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Үҙҙәре, тормоштары тураһында һөйләнеләр, мәктәп йылдарындағы онотолмаҫ сағыу ваҡиғалар менән уртаҡлаштылар.
Наилә Имаева.