Сарала Мишкә, Краснокама һәм Балтас райондарының мари милләте йәшәгән ауылдар делегациялары, фольклор ансамблдәр ҡатнашты.
Байрамды асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры урынбаҫары Эльмира Саматва, “Эрвел марий” төбәк милли-мәҙәни автономияһының башҡарма директоры урынбаҫары Александр Ғайсин, урындағы “Эрвель марий” ойошмаһы етәксеһе Әлфинә Алексеева барыһын да сәләмләп, изге теләктәрен еткерҙе. Байрамды ойоштороуҙа ҡатнашҡан, мари мәҙәниәтен һәм традицияларын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән әүҙемселәргә төрлө дәрәжәләге Почет грамоталарын һәм Рәхмәт хаттарын тапшырҙылар.
Байрам булғас, уйындарһыҙ, ярыштарһыҙ буламы ни ул?
Ҡунаҡтар өсөн халыҡ, спорт уйындары, төрлө күңел асыуҙарҙан торған бай программа әҙерләнгәйне. Теләгән һәр кем үҙен волейбол, гер күтәреү, ҡул көрәше, массреслинг, көйәнтә менән һыу ташыу, сүлмәк ватыу кеүек ярыштарҙа һынап ҡарай алды.
Мәҙәниәт йорто алдында төрлө тематик күргәҙмәләр ойошторолдо. Теләге булғандар күкрәксә, талдан кәрзин үреү, туҡыу станогында эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты.
Традиция буйынса, сара мари халҡының дуҫлыҡ бейеүе “Арҡан ишеү” менән тамамланды.
Фирғәт Нәбиуллин.