Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
3 Июнь 2023, 17:06

Башҡорт аты - тормош ҡото

Йылҡысылыҡ серҙәре менән Ҡышлауйылға һәм Мутабаш ауыл биләмәләре ҡорған ихатала танышырға мөмкин ине.

Башҡорт аты  -  тормош ҡото
Башҡорт аты - тормош ҡото

 

Башҡорт халҡының тарихы, ғөмүмән, йәшәйеше ат менән айырылғыһыҙ бәйләнгән. Ат кешене борон-борондан туйындырған, кейендергән, яуҙарҙа һаҡлаған. Ә инде бөгөнгө көндә йылҡысылыҡты үҫтереүгә ихтыяж бермә-бер үҫә. Шуға ла Һабантуй байрамында Ҡышлауйылға һәм Мутабаш ауыл биләмәләре йылҡысылыҡҡа арнап, айырым ихата ҡорған. 

Ҡышлауйылғалар күргәҙмәгә ат-егеү кәрәк-яраҡтарын ҡуйған. Унда эйәр, ҡамыт-дуға, айыллы ыңғырсаҡ, арҡалыҡ, бауырлыҡ, дуға, ышлыя, ауыҙлыҡ, теҙген менән йүгән, дилбегәне лә күрергә була ине. Биҙәлгән арба менән сананы ла ихатаға инеүселәр иғтибар менән ҡараны.

Ҡышлауйылға ауыл мәҙәниәт йорто методисы Радик Ғатин ҡунаҡтарға ат арбаһы тәгәрмәсен яһау буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Уның олатаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ғүмере буйы ат аҫраған. Оҫта ҡуллы райондашыбыҙ арба, саналар яһап, уны урыҫтарға һатып, кәсеп иткән. Уның ейәндәре  бөгөн был эште дауам итә.

Йылҡысылыҡ серҙәре, аттың кеше тормошондағы урыны, атҡа бәйле йолалар, өлкәндәрҙең йылҡысылыҡ тураһында белгәндәрен нисек итеп йәш быуынға тапшырыуы тураһында Наилә Ғлимшина һөйләне. Әйткәндәй, үткән йыл улар уҡыусылар менән бергәләп “Тере шишмәләр” район фольклор фестивалендә “Атлы дәүерҙәргә салауат” тигән йола байрамын күрһәтеп, призлы урын алған.

Кргәҙмәлә йылҡы итенән әҙерләнгән аш-һыу ҙа, ҡымыҙ ҙа һәм башҡа милли ризыҡтар ҙа бар ине.

Бирелә шулай уҡ ҡул эше оҫталары Эльвера Хәбибуллина эшләгән күҙ яуын алырлыҡ күкрәксәләр һәм башҡа биҙәүестәр, бәйләнгән әйберҙәр, Зилара Хужина теккән сағыу ҡорамалар ҙа, сигелгән мендәр тыштары ла  күргәҙмәлә урын алғайны.

Йылҡысылыҡ ихатаһында ла ҡунаҡтарҙы йырлап, бейеп, сәк-сәк, ҡымыҙ менән матур итеп   ҡаршы алдылар.

Яңы Ҡаҙансы ауылында 33 йыл клубта эшләп, “СССР-ҙың мәҙәниәт отличнигы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған хөрмәтле Миңлеғаян Мөхәмәтхан улы Сәлимовтың дәртле гармун моңдары ихатаға  йән өрөп, байрам ҡунаҡтарын саҡырып торҙо.

Наилә Имаева.

 

Башҡорт аты  -  тормош ҡото
Башҡорт аты  -  тормош ҡото
Башҡорт аты  -  тормош ҡото
Башҡорт аты  -  тормош ҡото
Башҡорт аты  -  тормош ҡото
Башҡорт аты - тормош ҡото
Читайте нас: