Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
3 Июнь 2023, 15:55

Бал ҡортондай уңғандар

Умартасылыҡ серҙәре менән Ҡарткиҫәк ауыл биләмәһе ҡорған ихатала танышырға мөмкин ине.

Бал ҡортондай уңғандар
Бал ҡортондай уңғандар

 

Ҡунаҡтарҙы мәғариф хеҙмәте  ветераны Лидия Харисова етәкселегендәге “Серҙәштәр” фольклор коллективы йырлап, бейеп ҡаршы алды.

Бирелә ҡортсолоҡ кәсебен быуындан-быуынға тапшырып, бөгөн дә уны уңышлы дауам итеүсе Мулләхмәтовтар династияһы үҙҙәренең умартасылығында етештерелгән бай продукция менән таныштырҙы.

Әлфиә апай улдары Азат, Илдар, килендәре Әлфиә һәм Гөләндәм, ейән-ейәнсәрҙәре менән яратҡан шөғөлдәре, ирешкән уңыштары тураһында һөйләне.

Күргәҙмәгә йүкә, сәскә, ҡарабойҙай, кәрәҙле бал һәм быйылғы яңы ғына һыуыртылған балды ла, төрлө бал продукцияһын да, хатта ҡорттары гөжләп торған умарта ла ҡуйғайны. Шулай уҡ тәжрибәле умартасылар ҡунаҡтарға ҡортсолоҡта ҡулланылған эш ҡоралдары: күрек (төтәткес) битлек,  рамдарҙы, баллы кәрәҙҙе һалып ҡуйыр өсөн күсереп йөрөтә торған йәшник, ҡорт айырған осорҙа уны йыйып алыу өсөн ҡулланылған тубал, кәрәҙҙе аса торған бысаҡ һәм башҡа бип күп кәрәк-яраҡтар менән дә таныштырҙы.

Ауыл Советы, мәктәп, клуб, китапхана хеҙмәткәрҙәре менән бергәләп бал ҡушып бешерелгән һәм әҙерләнгән һый-хөрмәттән мул табын да ҡорғайны ҡарткиҫәктәр. Теләгән һәр кем шифалы сәй һәм тәмлекәстәрҙән ауыҙ итте.

Наилә Имаева.

Бал ҡортондай уңғандар
Бал ҡортондай уңғандар
Бал ҡортондай уңғандар
Бал ҡортондай уңғандар
Бал ҡортондай уңғандар
Бал ҡортондай уңғандар
Читайте нас: